Мультикультурализм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мультикультурали́зм — айырым илдәрҙә һәм тотош донъяла мәҙәни айырымлыҡтарҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән сәйәсәт һәм уның теорияһы менән идеологияһы. Сәйәси либерализмдан айырмалы рәүештә этник һәм мәҙәни төркөмдәрҙең хоҡуҡтарын таный. Был хоҡуҡтар этник һәм мәҙәни общиналарға ағартыу эшмәкәрлеген алып барыу һәм үҙҙәренең белем биреү программаларына эйә булыу, мәктәптәрен төҙөү, китапханаларын һәм дини объекттарын асыу, һайлауҙарҙа дөйөм сәйәси ҡараштарын белдереү мөмкинлеген бирә.
Мультикультурализм бөтә мәҙәниәттәрҙе берәү итеп ҡушыуҙы күҙҙә тотҡан «иретеүсе ҡаҙан» концепцияһына ҡаршы ҡуйыла. Миҫал итеп төрлө мәҙәниәттәргә бер мозаика өлөштәре тип ҡаралған Канаданы һәм «иретеүсе ҡаҙан» концепцияһын (һуңғы осорҙа сәйәси итәғәтле тип «салатница» концепцияһы алына) һөргән АҠШ-ты килтерергә мөмкин.
Мультикультурализм — толерантлыҡ аспекттарының береһе, ул мәҙәниәттәрҙең бер-береһенә үтеп инеп, бер-береһен байытып һәм киң мәҙәниәтте үҫтереп, йәнәш йәшәүҙәренән ғибәрәт. Мультикультурализм идеяһы нигеҙҙә Көнбайыштың иммигранттар күпләп ағылған алдынғы илдәренә хас.
Сит ил һәм Рәсәй культурологтары менән социологтары фекеренсә, 2010—2011 йылдарға мультикультурализм идеяһы һәм сәйәсәте, айырыуса Европала һәм Рәсәйҙә, кризис осорона инде[1]. Ошо уҡ йылдарҙа Германия, Франция һәм Бөйөк Британия лидерҙарының Европала мультикультурализм идеяһы үҙен аҡламауы тураһындағы киҫкен фекерҙәре яңғыраны[2]. Атап әйткәндә, Бөйөк Британия премьер-министры Дэвид Кэмерон ЕС эсендә миграция мөмкинлектәрен сикләргә саҡырҙы[3], ә Брюсселдең был мәсьәләне ҡарарға баш тартыуынан һуң илдең Европа союзынан сығыу ихтималлығы тураһында белдерҙе[4].