Мосолмандарҙың Көньяҡ Азияны яулауы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мосолмандарҙың Көньяҡ Азияны яулауы —мосолман хакимдарының Көньяҡ Азияға баҫып инеүе һәм буйһондороуы, башлыса XIII быуаттан XVI быуатҡа тиклем дауам иткән. Ҡайһы бер тарихсылар фекеренсә, кешелек тарихында был осорҙа, тәре походтарындағы кеүек, күп кеше ҡырылған[1][2][3][4].
Ҡыҫҡа факттар
Мосолмандарҙың Көньяҡ Азияны яулауы |
Ябырға
VII быуатта, иртә ғәрәп баҫыҡынсылығы барышында, мосолмандар Һиндостанға баҫып инергә маташа, ләкин раджпут батшалыҡтары ҡаршылығына осрап, уның территорияһына тәрәнгә үтеп инә алмай.
Шуға ҡарамаҫтан, хәҙерге Уттаракханд һәм Химачал-Прадеш һәм Читтагонгский убаларындағы Алмора, Гархвал, Лухул, Спити үҙәне, Киннаур кеүек гималай короллектәре, шулай уҡ беҙҙең осорҙа ла йәшәүсе Непал, Бутан һәм Сиккимды мосолмандар бер ҡасан да яулай алмаған.