Монгол халыҡтары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Монгол халыҡтары — монгол телдәрендә һөйләшкән һәм бер-береһе менән дөйөм күп быуатлы тарихы, мәҙәниәте һәм ғәрәф-ғәҙәттәре арҡаһында тығыҙ бәйләнештә булған туғандаш халыҡтар төркөмө.
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Барлығы: 10 миллиондан ашыу | |
Тел |
монгол, ҡытай, урыҫ |
Дин |
буддизм, ислам, шаманизм, православие, протестантизм |
Раса тибы |
монголоидтар |
Туғандаш халыҡтар |
тунгус-маньчжур, төрки халыҡтары |
Ҡытай Халыҡ Республикаһының төньяғында, Монголияла һәм Рәсәй Федерацияһының төбәктәрендә — Бүрәт Республикаһы һәм Ҡалмыҡ Республикаһы, Иркутск өлкәһе һәм Байкал аръяғы крайында йәшәйҙәр[4].
Монгол халыҡтары араһына үҙҙәрен 10 миллиондан ашыу кеше индерә. Шул иҫәптән 3 млн — Монголияла, 4 млн — Эске Монголия автономия районында, 3 млн тирәһе— Ляонинда, , Ганьсу, Синьцзян-Уйғыр автономиялы районында һәм Ҡытайҙың башҡа региондарҙарында.
Монгол халыҡтары составына инәләр: халха-монголдар, бүрәттәр (барғуттар), ойраттар (ҡалмыҡтар), чахарҙар, хорчиндар, харачиндар, арухорчиндар, тумэттар, джалайттар, авганарҙар, баариндар, чипчиндар, мумянгаттар, наймандар, аохандар, оннюттар, дурбэн-хухэттар, ураттар, горлостар, ордостар, хонгираттар, джаруттар, узумчиндар (альтернатив атамаһы уюмучин (Üjümüčin), монгорҙар (ту), даурҙар, дунсяндар, баоандәр.
Афғанистандағы моголдар һәм хазарейҙар (перс. هزار, hezâr — «тысяча») — сығышы менән монголдар, әммә улар инде бер нисә быуат эсендә иран телле мосолман халыҡтары булып киткәндәр. Согво-аригтар тибет телендә һөйләшәләр.