Миус-фронт
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Миус-фронт» — Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Миус йылғаһының көнбайыш ярында вермахтың нығытылған оборона һыҙығы. 1941 йылдың декабрендә төҙөлгән.
Совет ғәскәрҙәре ике тапҡыр «Миус-фронт» һыҙығын өҙөргә маташа: 1941 йылдың декабренән 1942 йылдың июленә тиклем һәм 1943 йылдың февраленән алып авгусҡа тиклем. Уларға был 1943 йылдың авгусында Донбасс һөжүме операцияһы ваҡытында ғына мөмкин була, ул саҡта Көньяҡ фронт ғәскәрҙәре Куйбышево ҡасабаһы районында немец ғәскәрҙәре оборонаһы һыҙығын өҙә.[Прим. 1]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса «Миус-фронтта» Ҡыҙыл Армияның дөйөм юғалтыуҙары (һәләк булғандар, яралылар, әсирҙәр һәм хәбәрһеҙ юғалғандар) 150 мең тирәһе кеше тәшкил итә[1].