Митридат VI
б. э. т. 134 йәки б. э. т. 132 — б. э. т. 63 йылдарҙа хакимлыҡ иткән Понтий батшаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Митридат VI Евпатор (бор. грек. Μιθραδάτης Στ' Εὐπάτωρ, лат. Mithridates йәки Митридат Понтийский — латинлаштырылған формаһы[2], шулай уҡ Дионис (бор. грек. Διόνυσος) һәм Бөйөк ҡушаматтары; б. э. т. 132 йыл, Синоп, Понтий батшалығы — б. э. т. 63, Пантикапей, Боспор батшалығы) — Понтий батшалығында б. э. тиклем 120 — 63 йылдарҙа хакимлыҡ иткән батша Августин Митридатты «Азия батшаһы» (лат. rex Asiae)[3] тип атай.
«»
Митридат VI | |
бор. грек. Μιθραδάτης Στ' Εὐπάτωρ | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Понтийское царство[d] |
Тыуған көнө | б. э. т. 134 или б. э. т. 132[1] |
Тыуған урыны | Синоп[d], Төркиә |
Вафат булған көнө | б. э. т. 63 |
Вафат булған урыны | Боспорское царство[d] |
Үлем төрө | Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу |
Атаһы | Митридат V Эвергет[d] |
Әсәһе | Лаодика VI[d] |
Бер туғандары | Лаодика Каппадокийская[d], Митридат Хрест[d], Лаодика[d] һәм Nysa[d] |
Хәләл ефете | Лаодика[d], Монима[d], Гипсикратия[d], Береника[d] һәм Стратоника[d] |
Внебрачный партнёр | Адобогиона[d] |
Балалары | Фарнак II[d], Митридат[d], Клеопатра Понтийская[d], Аркафий[d], Махар[d], Митридат Пергамский[d], Дрипетина[d], Ариарат IX[d], Адобогиона Младшая[d], Афинаида Филосторгия II[d], Ниса[d], Ксифар[d], Орсобарис[d], Xerxes of Pontus[d], Эвпатра[d] һәм Клеопатра Младшая[d] |
Нәҫеле | Митридатиды[d] |
Һөнәр төрө | полководец |
Биләгән вазифаһы | Понтийские цари[d] |
Һуғыш/алыш | Митридатовы войны[d] |
Эра | эллинизм[d] |
Митридат VI Викимилектә |
Атаһы һәләк булғандан һуң уға тыуған ерен ташлап китергә тура килә, сөнки әсәһе улын яңы хаким тип күрергә теләмәй. Кире әйләнеп ҡайтҡас, ул баштағы биләмәләрен киңәйтә башлай, Колхида, Боспор, Пафлагония, Каппадокия һәм Галатияларҙы үҙ власына буйһондора. Бынан һуң ул иғтибарын Рим мәнфәғәте һағында торған Понттың һуңғы бойондороҡһоҙ күршеһе Вифин батшалығына йүнәлтә.
Понтий батшаларының күптән инде Рим республикаһына ҡарата дәғүәләре була, һәм Евпатор был дәүләт менән өс тапҡыр көрәшеп ҡарай, яу яланында шул дәүерҙең бөйөк полководецтары: Сулла, Лукулл һәм Гней Помпей менән осраша. Әммә һөҙөмтәлә Кесе Азия эллин Көнсығышының һуңғы бөйөк батшаһын еңгән Ромул һәм Рем вариҫтарына ҡала[4].