Машина
From Wikipedia, the free encyclopedia
Машина (лат. machina — «ҡоролош, конструкция», боронғо грек теленән μηχανή — «ҡулайламалар, ысул») — энергияны, материалдарҙы һәм мәғлүмәтте үҙгәртеү өсөн механик хәрәкәттәр яһаусы техник ҡоролма[1].
Машина | |
Етештереүсе | машиностроительная промышленность[d] |
---|---|
Машина Викимилектә |
Электроника үҫеше менән барлыҡҡа килгән заманса билдәләмәлә машина техник объект булып тора, үҙ-ара бәйле функциональ өлөштәрҙән (деталдәрҙән, йыйынтыҡтарҙан, ҡулайламаларҙан, механизмдарҙан һ.б.) тора, бирелгән функцияларҙы үтәү өсөн энергия ҡуллана[2]. Был аңлауҙа станокта механик хәрәкәт итеүсе деталдәр булмауы ихтимал. Бындай ҡулайламаларға электрон-иҫәпләү машинаһы (компьютер), электр трансформаторы[3], зарядлы киҫәксәләрҙе тиҙләткес миҫал булып тора.
Машина билдәле бер эш-хәрәкәт үтәү өсөн ҡулланыла.:
- кешегә көсөргәнеште кәметеү маҡсатында
- аныҡ заданиены үтәгәндә кешене тулыһынса алмаштырыу.
Улар етештереүсәнлекте арттырыуҙың төп сараһы булып тора.
Ябай машина — энергия сарыф итмәйенсә көстөң йүнәлешен йәки ҙурлығын үҙгәртеүсе механизм.