Мали империяһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мали (Куруфаба Манден; мандинго: Nyeni) — төньяҡ-көнбайыш Африкала (Судандың көнбайыш төбәгендә), Сахара сүллегенән көньяҡҡа ҡарай, XIII—XV быуаттарҙа йәшәгән дәүләт. Тарихи нигеҙҙә формалашҡан традицияларға ярашлы, Африка ҡитғаһындағы башҡа империялар кеүек Мали ҙа «империя» исеме менән аталып йөрөтөлә. Боронғораҡ дәүерҙә Гана империяһына буйһонған һәм мосолман динен (һәр хәлдә, юғары ҡатлам кимәлендә) ҡабул иткән малинке (шулай уҡ мандинка, мандингас, мандинго, малинка һәм башҡа шуға оҡшаш формала яҙылыштары ла бар) халҡы нигеҙендә дәүләт булараҡ ойоша.
Мали империяһы | |
Флаг | |
Нигеҙләү датаһы | 1230 |
---|---|
Рәсми тел | языки манде[d] |
Донъя ҡитғаһы | Африка |
Административ үҙәк | Кангаба[d] |
Хәҙерге административ берәмек сиктәрендә урынлашҡан | Мали, Сенегал, Мавритания, Буркина-Фасо, Нигер, Гамбия, Гвинея-Бисау, Гвинея, Кот-д’Ивуар һәм Гана |
Идара итеү формаһы | империя |
Дәүләт башлығы | манса[d] |
Закондар сығарыу органы | Gbara[d] |
Валюта | Алтын |
Алыштырған | Baté Empire[d] |
Ҡулланылған тел | сенегамбийские языки[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1545 |
Мали империяһы Викимилектә |
Мали империяһының юғары хакимы — манс. Уның шәхси ғәскәре элекке ҡолдарҙан торған[1].
Империяға нигеҙ һалыусы тип манс Сундьята Кейта һанала, ул 1240 йылда Гананың баш ҡалаһы Кумби-Салены баҫып ала, уға бойһонған территория көнбайыштағы Атлантик океандан алып көнсығышта Чад күленә тиклем йәйрәп ята. Империя манс Муса һәм уның ағаһы Сөләймән ваҡытында ҙур үҫеш кисерә. Был осорҙа Тәҡрур, Соңгай дәүләттәре һәм Сахараның күп күсмә ҡәбиләләре Мали хакимының бойондороҡлоғонда була[1].
Империяның төп халҡы ирекле крәҫтиәндәрҙән һәм күсмә малсыларҙан тора. XV быуатта Мали халҡының дөйөм һаны 40-50 миллион кеше иҫәпләнә[2].
Бамбук һәм Бурелағы алтын ятҡылыҡтары арҡаһында Мали алтындың төп массаһын Урта диңгеҙ баҙарына тапшыра. Иҡтисад өсөн Томбукту, Дженне һәм Гао ҡалалары аша үткән каруан сауҙаның әһәмиәте ҙур була[1].
Даими үҙ-ара һуғыш империяны көсһөҙләндерә, шуның өсөн XV быуатта Соңғай империяһы бойондороғона эләгә, XVII быуатҡа бөтә территорияһын тиерлек юғалта һәм 1885 йылда француз биләмәһенә ҡушыла[1].