Макс Планк
From Wikipedia, the free encyclopedia
Макс Карл Эрнст Людвиг Планк (нем. Max Karl Ernst Ludwig Planck; 23 апрель 1858 йыл — 4 октябрь 1947 йыл) — Германия ғалимы, физик-теоретик, квант физикаһына нигеҙ һалыусы.
Макс Планк | |
ингл. Max Karl Ernst Ludwig Planck | |
| |
Тыуған көнө |
23 апрель 1858({{padleft:1858|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1][2][3][…] |
---|---|
Вафат көнө |
4 октябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1][2][3][…] (89 йәш) |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
теоретик физика |
Эшләгән урыны |
Мюнхен университеты |
Альма-матер | |
Ғилми етәксеһе |
Александр фон Бриль[en] |
Уҡыусылары |
Макс Абрагам |
Ниндәй өлкәлә танылған |
квант теорияһына нигеҙ һалыусы |
Награда һәм премиялары |
Физика буйынса Нобель премияһы (1918) |
Автограф | |
Физика буйынса Нобель премияһы лауреаты (1918) һәм башҡа бүләктәр эйәһе, Пруссия фәндәр академияһы (1894), күп кенә сит ил ғилми йәмғиәттәре һәм фәндәр академиялары ағзаһы. Оҙайлы ваҡыт дауамында немец фәне етәкселәренең береһе.
Планктың ғилми хеҙмәттәре термодинамикаға, йылылыҡ нурланышына, квант теорияһына, махсус сағыштырмалыҡ теорияһына һәм оптикаға бағышланған.
Ул термодинамиканың икенсе башланғысын — энтропияның үҫеш принцибын — формалаштырған һәм уны физик химияның төрлө мәсьәләләрен сисеүҙә ҡулланған. Тигеҙ дәүмәлле йылылыҡ нурланышы проблемаһына электродинамика һәм термодинамика алымдарын ҡулланып, Планк абсолют ҡара есем спектрында энергияның бүленеү законын сығарған, уны энергия һәм ғәмәл кванттары тураһында күҙаллау аша нигеҙләгән. Был ҡаҙаныш квант физикаһы үҫешенә башланғыс булған.