Мадрид
Испанияның баш ҡалаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Мадри́д (исп. Madrid [maˈðɾið]) — Испанияның баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы, шулай уҡ шул исемдәге провинцияның һәм автоном берләшмәһенең административ үҙәге. Муниципалитет Оло Мадрид (Ареа-Метрополитан) районына (комаркаһына) ҡарай. Илдең эре иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни үҙәге. Ҡала халҡы — 3,273 млн кеше (2010).
Ҡала | |||||
Мадрид исп. Madrid | |||||
| |||||
Ил |
ИспанияИспания | ||||
---|---|---|---|---|---|
Регион |
Мадрид | ||||
Провинция |
Мадрид | ||||
Координаталар | |||||
Алькальд|Алькальд (мэр) |
Manuela Carmena Castrillo | ||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |||||
Майҙаны |
607 км² | ||||
ДК бейеклеге |
667 м | ||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
5293,7 кеше/км² | ||||
Милли состав | |||||
Конфессиональ составы | |||||
Этнохороним |
мадри́длылар | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+1, йәйге UTC+2 | ||||
Телефон коды |
+34 91 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
munimadrid.es (исп.) | ||||
Ҡала Пиреней ярымутрауының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Оло Мадрид 1,2 мең км² майҙанға йәйелгән ҡала агломерацияһы булып тора. Ҡала үҙе 607 км² майҙанды биләй һәм 21 административ районды берләштерә[2]. Эре транспорт үҙәге (бында тимер юл һәм тиҙ йөрөшлө шоссе юлы бар, донъялағы иң ҙур аэропорттарҙың береһе урынлашҡан). Мадрид — ҙур мәҙәни үҙәк, унда халыҡ-ара кимәлдәге күп музейҙар урынлашҡан, улар араһында Прадо музейы, Королева Софияның Сәнғәт үҙәге, Тиссен-Борнемис Музейы һәм Мадрид Форум бар, был музейҙар донъяла кешеләр иң күп йөрөүсе музейҙар исемлегендә[3].