Магнит ҡыры
электромагнит асылының өлөшө / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалып:Электродинамика
Магнит ҡыры (магнитное поле) — физикала, хәрәкәт торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, хәрәкәт итеүсе электр зарядтарына һәм есемдәргә тәьҫир итеүсе магнит мәленә эйә булған көс ҡыры[1]; электромагнит ҡырҙың магнитлы өлөшөн тәшкил итеүсе[2].
Магнит ҡыры зарядланған өлөшсәләр ағымы һәм/йәки атомдағы электрондарҙың магнит моменттары (һәм ғәҙәттә аҙыраҡ сағылған башҡа өлөшсәләрҙең магнит мәлдәре) (даими магниттар) ярҙамында барлыҡҡа килеүе мөмкин.
Шулай ук магнит ҡыры электр ҡыры үҙгәргәндә хасил була.
Магнит ҡырының төп көс характеристикаһы — магнит индукцияһы векторы В булып тора, математикала ул -вектор ҡыры менән билдәләнә (вектор индукции магнитного поля)[3]. С математической точки зрения .
Йыш ҡына магнит индукцияһы векторы ҡысҡаса магнит ҡыры тип атала.
Магнит ҡыры шулай уҡ башҡа мөһим характеристикаһы — вектор потенциалы менән тасуирлана.
Вакуумда магнит мөхите булмағанда магнит ҡыры көсәнешлелеге векторы Н белән билдәләнә, сөнки вакуумда Н = В. Ләкин магнит мөхитендә Н шул физик мәғәнәгә әйә булмай һәм дөйөм осраҡта В ҡулланыла.
Махсус сағыштырмалылык теорияһында магнит ҡыры электр ҡырҙарының һөҙөмтәһе итеп ҡарала.
Ҡырҙың квант теорияһы буйынса магнит ҡыры — электромагнит ҡырының айырым осорағы һәм фундаменталь массаһыҙ бозон — фотон менән таратыла.
Магнит ҡыры Био — Савар — Лаплас законы һәм дөйөм осраҡта Максвелл тигеҙләмәләре менән тасуирлана.
Магнит ҡырын есемдең айырым бер төрө итеп ҡарарға була[4].
Магнит ҡырҙары (махсус сағыштырмалылык теорияһы контексында)электр ҡырҙары булыуының кәрәкле эҙемтәһе.
Магнит һәм электр ҡыры бергә электромагнит ҡырын тыуҙыра, уларҙың эҙемтәһе булып свет һәм башҡа электромагнит тулҡындар тора.