Магнит
From Wikipedia, the free encyclopedia
Магнит — үҙ магнит ҡыры булған есем. Һүҙ боронғо грек һүҙенән килеп сыҡҡан булыуы мөмкин Μαγνῆτις λίθος (Magnētis líthos), «Магнезия ташы» — Магнисия өлкәһе һәм боронғо Магний ҡалаһы Кесе Азияла[1] боронғо магнизия исеменән, боронғо заманда магнит ятҡылыҡтары табылған.[2]
Электронды иң ябай һәм иң бәләкәй магнит тип һанарға мөмкин. Башҡа магниттарҙың магнит үҙенсәлектәре электрондарҙың эсендәге магнит мометына бәйле. Элетромагнит тәьҫир итешеүҙең квант теорияһына ярашлы (квантовой теории поля электромагнитное взаимодействие) тәьҫир итешеү массаһы булмаған бозон — фотон (электромагнит ҡырының квант тулҡынланыуы сифатында сағылдырыусы киҫәксә) ярҙамында башҡарыла.
Даими магнит — ферромагнеттан эшләнгән продукт, тышҡы магнит ҡырын һүндергәс тә магнит үҙенсәлеген һаҡлап ҡала. Даими магниттар өсөн материалдар булып ғәҙәттә тимер, никель, кобальт, һирәк ер металдарының ҡайһы бер иретмәләре (мәҫәлән, неодим магниттарҙа), шулай уҡ ҡайһы бер тәбиғи минералдар, мәҫәлән, магниттар тора.
Даими магниттар магнит ҡырының автономиялы (энергия ҡулланмаусы) сығанағы булараҡ ҡулланыла. Магниттың үҙенсәлектәре магнит материалының магнит гистерез элмәгенең демагнетлаусы киҫелешенең үҙенсәлектәре менән билдәләнә: ҡалдыҡ индукция (остаточная индукция) Br һәм коэрциатив көс (коэрцитивная сила ) Hc ни тиклем юғары булһа, магниттың магнитланыуы һәм тотороҡлолоғо ла шул тиклем юғарыраҡ була. Даими магниттарҙың характерлы ҡырҙары 1 Т (10 кгф) булыуы мөмкин.
Электромагнит — магнит ҡыры электр тогы аҡҡанда ғына барлыҡҡа килгән ҡоролма. Ҡағиҙә булараҡ, был соленоид катушка, эсендә юғары магнитлы үтәлеүсәнлекле ферромагнит (ғәҙәттә тимер) сердечник ҡуйыла.
Электромагниттарының характерлы ҡырҙары тимерҙең туйыныуы, йәғни магнит ҡырының юғары ҡиммәттәре буйынса дифференциаль магнит үтәлеүсәнлегенең ҡырҡа түбәнәйеүе менән билдәләнә.