Магеллан боғаҙы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Магеллан боғаҙы (исп. Estrecho de Magallanes) — континенталь Көньяҡ Америка һәм Утлы Ер архипелагын айырыусы боғаҙ. Оҙонлоғо — 575 км, минималь киңлеге — 3,5 км, фарватерҙа иң бәләкәй тәрәнлеге — 20 м[1].
Ҡыҫҡа факттар Магеллан боғаҙы, Тоташтыра ...
Магеллан боғаҙы | |
---|---|
исп. Estrecho de Magallanes | |
Координаты: пропущена долгота | |
Тоташтыра | Атлантик океан, Тымыҡ океан |
Ил | |
Бүлә | континенталь Көньяҡ Америка һәм Утлы Ер архипелагы |
Киңлеге | минималь 3,5 км |
Оҙонлоғо | 575 км |
Strait of Magellan Викимилектә |
Ябырға
Боғаҙ аша тәүге тапҡыр Фернан Магеллан 1520 йылда тәүге донъя тирәләй сәйәхәте барышында үтә һәм һуңыраҡ боғаҙға уның исеме бирелә. Оҙаҡ йылдар дауамында Утлы Ер архипелагы Билдәһеҙ Көньяҡ ерҙәрҙең бер өлөшө тип иҫәпләнгән.