МЙХЛ 2016/2017 йылдар миҙгелендә
From Wikipedia, the free encyclopedia
МЙХЛ 2016/2017 йылдар миҙгелендә — 2016 йылда Йәштәр хоккей лигаһы беренселеге урынына барлыҡҡа килгән Милли йәштәр хоккей лигаһының тәүге миҙгеле. Чемпионат 2016 йылдың 9 сентябрендә Глазовта урындағы «Прогресс» һәм «Красноярские Рыси» клубтары араһында уйын менән башлана һәм 2017 йылдың апрель айында чемпионаттың финал уйындары менән тамамланасаҡ.
Башлана | 9 сентябрь 2016 |
---|---|
Тамамлана | апрель 2017 |
Даими чемпионат | |
Уйындар һаны | 484 |
Бомбардир | Павел Пищальников (71) |
Иң мәргән уйынсы (голдар һаны) | Радик Фахриев (28) |
Плей-офф | |
Чемпион | «Горняк» (учалы) |
Финалист | «Дизелист» (Пенза) |
Серияла иҫәп | 3 : 2 |
МЙХЛ миҙгелдәре | |
←2015/2016 | 2017/2018→ |
Миҙгел алдынан Лига составынан «Зеленоград» хоккей клубы сыға. Ә чемпионат барышында «Крылья Кубани» аҡса булмағанға күрә сығышын дауам итә алмай.
Миҙгелдең 15 декабренән башлап чемпионатта өҫтәмә ваҡытты ХАХФ ҡағиҙәләре буйынса «өскә өс» форматында үткәрә башлайҙар. Был ҡағиҙә даими миҙгелгә генә ҡағыла.
Глазов ҡалаһында 21 ғинуарҙа МЙХЛ тарихында тәү тапҡыр үткән Быуындар кубогын Көнсығыш командаһы еңә: улар Көнбайыш конференцияһы командаһын 6:0 иҫәбе менән тар-мар итәләр. «Дизелист» һәм «Горняк» хоккей клубтары үҙ конференцияларында беренсе урындарҙы алалар. Уларҙың даими миҙгелдә йыйған мәрәйҙәр проценты ла тигеҙ. Ошо уҡ командалар Региондар кубогы финалына сыға. Башҡортостан клубы серияны 3-2 иҫәбе менән еңә һәм МЙХЛ тәүге чемпионы исемен яулай[1].