Лос-Анджелес
ҡала, Лос-Анджелес округының үҙәге, Калифорния штаты, АҠШ / From Wikipedia, the free encyclopedia
Лос-А́нджелес (ингл. Los Angeles, исп. Los Ángeles, МФА (исп.) : [los ˈaŋxeles]; иҫкесә Лос-Анжелос, Лос-Анжелес, Лос-Анхелес, шулай уҡ L.A. һәм City of Angels — Фәрештәләр ҡалаһы (Город Ангелов) булараҡ билдәле, Америка Ҡушма Штаттарында Калифорния штатының көньяғында Тымыҡ океан яры буйында урынлашҡан. Штатта халҡы һаны буйынса иң ҙуры һәм илдә икенсе урында (2009 йылдың 1 июленә ҡарата — 3 831 868 кеше)[1]. Ҡала шул уҡ исемле округтың, 17 млн халыҡлы Оло Лос-Анджелес агломерацияһының административ үҙәге. Лос-Анджелес халҡын «Angelenos» тип йөрөтәләр (анджели́нос тип әйтелә)[2].
Ҡала | |||||
Лос-Анджелес Los Angeles | |||||
| |||||
Ил |
Америка Ҡушма ШтаттарыАмерика Ҡушма Штаттары | ||||
---|---|---|---|---|---|
Штат | |||||
Округ |
Лос-Анджелес | ||||
Координаталар | |||||
Мэр |
Антонио Виллараигоса | ||||
Нигеҙләнгән |
4 сентябрь 1781 | ||||
Ҡала с |
4 апрель 1850 | ||||
Майҙаны |
1301,97Gazetteer (билдәһеҙ). U.S. Census Bureau. Дата обращения: 28 сентябрь 2011. Архивировано 24 ғинуар 2012 года. км² | ||||
Халҡы |
▲ 3 792 621 кеше (2010) | ||||
Тығыҙлығы |
2913 кеше/км² | ||||
Агломерация |
17775322 | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC−8, йәйге UTC-7 | ||||
Телефон коды |
213, 310, 323, 424, 661, 818 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
lacity.org (инг.) | ||||
Лос-Анджелес донъялағы иң ҙур мәҙәни, фәнни, иҡтисади, мәғариф үҙәктәренең береһе булып тора[3][4]. Ҡала шулай уҡ — кино, театр, музыка, әҙәбиәт һәм телевидение өлкәһендә күңел асыу индустрияһының иң ҙур үҙәктәренең береһе.