Ликбез
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ликбез (халыҡ наҙанлығын бөтөрөү) — Совет Рәсәйендә һәм СССР-ҙа массауи рәүештә уҡый-яҙа белмәгән өлкәндәрҙе уҡыуға һәм яҙыуға өйрәтеү. Күсмә мәғәнәлә — әҙерлекһеҙ аудиторияны ниндәй ҙә булһа фән, процесс йәки ваҡиғаның база төшөнсәләренә өйрәтеү.
Ликбез | |
Дәүләт | СССР |
---|---|
Башланыу датаһы | 26 декабрь 1919 |
Ликбез Викимилектә |
«Ликбез» төшөнсәһе Совет Рәсәйенең «ликвидация безграмотности» (наҙанлыҡты бөтөрөү) дәүләт программаһы исемен ҡыҫҡартып алыуҙан барлыҡҡа килә — уға РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының 1919 йылдың 26 декабрендәге «РСФСР-ҙа наҙанлыҡты бөтөрөү тураһында»ғы декреты нигеҙ һала. Декретҡа ярашлы, Совет Рәсәйендә 8 йәштән 50 йәшкә тиклемге уҡый-яҙа белмәгән барлыҡ халыҡ туған йәки урыҫ телдәрендә (теләк буйынса) белем алырға тейеш була. Мәғариф халыҡ комиссариатына белемле кешеләрҙе хеҙмәт йөкләмәһе иҫәбенә наҙандарҙы уҡытыуға йәлеп итеү хоҡуғы бирелә. Йәше уҙған уҡыусылар өсөн мәктәптәр, балалар йорттары, колониялар һәм Главсоцвос системаһына ингән башҡа учреждениелар ҡарамағындағы мәктәптәр ойошторола.