Лермонтов Михаил Юрьевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Михаи́л Ю́рьевич Ле́рмонтов[10] (3 [15] октябрь 1814 йыл, Мәскәү — 15 [27] июль 1841 йыл, Пятигорск) — рус шағиры, прозаик, драматург, рәссам.
Лермонтов ижадында уның дәүерендәге рус йәмғиәтенең иң мөһим ихтыяждарына яуап биргән гражданлыҡ, философик һәм шәхсән фекерҙәр ныҡлы урын алған. Улар рус әҙәбиәтенең яңы үҫеш кимәлен сағылдыра һәм артабан XIX һәм XX быуаттарҙың күренекле рус яҙыусылары һәм шағирҙарына ҙур йоғонто яһай. Әҙиптең әҫәрҙәре һынлы сәнғәттә, театрҙа һәм кинематографта әүҙем сағылыш таба. Лермонтов шиғырҙары опера, симфоник музыка әҫәрҙәре һәм романстар ижад итеү өсөн бай сығанаҡ була, уның күп шиғырҙарына яҙылған йырҙар тулы һәм ысын мәғәнәлә халыҡтыҡына әйләнә[11].
Михаил Юрьевич Лермонтов | |||||||||||||||||||
Лермонтов лейб-гвардия Гусар полкы кейемендә. Пётр Заболотский рәсеме (1837). | |||||||||||||||||||
Исеме: |
Михаил Юрьевич Лермонтов | ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Псевдонимдары: | |||||||||||||||||||
Тыуған урыны: |
Рәсәй империяһы, Мәскәү ҡалаһы | ||||||||||||||||||
Вафат булған урыны: |
Рәсәй империяһы Кавказ өлкәһе Пятигорск ҡалаһы | ||||||||||||||||||
Эшмәкәрлеге: |
шағир, прозаик,
| ||||||||||||||||||
Ижад йылдары: | |||||||||||||||||||
Йүнәлеше: |
романтизм, реализм | ||||||||||||||||||
Жанр: |
шиғриәт, поэма | ||||||||||||||||||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |||||||||||||||||||
Дебют: |
«Весна» (1830)[9] | ||||||||||||||||||
Ҡултамғаһы: | |||||||||||||||||||
Викиөҙөмтәләге өҙөмтәләр. | |||||||||||||||||||