Лейкоциттар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Лейкоци́ттар (бор. грек. λευκός «аҡ», κύτος «һауыт; тән») — аҡ ҡан тәнсәләре; формаһы, төҙөлөшө, функцияһы буйынса төрлө-төрлө булған ҡан күҙәнәктәре.Кеше һәм хайуан организмдары өсөн хас күҙәнәктәр. Уларҙың һәр береһенең төҫһөҙ цитоплазмаға батып торған ядроһы бар. Ҡайһы бер лейкоциттарҙың ядроһы тотош түгел, бер нисә өлөштән тора. Аҡ төҫтәге ҡан күҙәнәктәре ҡанда ғына түгел, лимфала ла була.
Лейкоциттар | |
Код NCI Thesaurus | C12529 |
---|---|
Лейкоциттар Викимилектә |
Лейкоциттарҙың формаһы үҙгәреүсән. Улар бәләкәй амебаларҙы хәтерләтә. Иң нәҙек ҡан тамырҙарының стеналарын төҙөүсе күҙәнәктәрҙе ялған аяҡтары менән айыра төшөп, лейкоциттар ҡан тамырҙарынан сығалар һәм кеше организмының төрлө туҡымаларының күҙәнәктәре араһына үтеп инәләр.
Туҡымалар эсендә үҙаллы күсеп йөрөүгә һәләтле булғандары өсөн лейкоциттарҙы азан күҙәнәктәр тип атағандар.
Төп функциялары- һаҡлау, йәғни организмдың иммун системаһын булдырыу.Организмдың эске һәм тышҡы патоген агенттарына ҡаршы тороуында төп ролде үтәйҙәр.
Лейкоциттарҙың бер төрө организмға сит тәнсәләрҙе уратып алып йоталар һәм тарҡаталар. Был процесс фагоцитоз тип атала. Ә ундай лейкоциттарҙы фагоциттар тип атайҙар. Әгәр сит тәнсәләрҙе күпләп йотһалар, фагоциттар шартлай.Эсенән сыҡҡан матдәләрҙән был урындар шешә, температура күтәрелеп ҡыҙара. Шешкән урынға лейкоциттар ағыла башлай. Күпләп үлгән лейкоциттар һәм сит есемдәр тупланмаһы эрен булып туплана.