Көнбайыш Шпицберген
From Wikipedia, the free encyclopedia
Көнбайыш Шпицберген (норв. Spitsbergen) — Норвегияға ҡараған Шпицберг архипелагы составындағы иң ҙур утрау, ул Атлантик океандың төньяҡ өлөшө һәм Төньяҡ Боҙло океан араһында урынлашҡан.
Көнбайыш Шпицберген | |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
---|---|
Дәүләт | Норвегия |
Административ үҙәк | Лонгйир[d] |
Административ-территориаль берәмек | Шпицберген[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Гренланд диңгеҙе |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Шпицберген[d] |
Иң юғары нөктә | Пик Ньютона[d] |
Халыҡ һаны | 2642 кеше (2012) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1713 метр |
Майҙан | 39 044 км² |
Көнбайыш Шпицберген Викимилектә |
Утрауҙың майҙаны — 39 044 км2 (йәки 37 673 км2). Ҙурлығы буйынса башҡа утрауҙарҙы уҙып китә, архипелагтың дөйөм майҙанының яҡынса 62 процентын биләй.
XIX быуат аҙағында Рәсәй империяһы, Норвегия короллеге һәм Швеция короллеге утрау буйынса беренсе килешеүгә ҡул ҡуя.
1920 йылдыэ 9 февралендәге килешеү буйынса Көнбайыш Шпицберген бөтә архипелаг менән бергә Норвегияға тапшырыла, әммә килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнашҡан бөтә 39 ил уны хужалыҡ маҡсатында файҙаланыу хоҡуғын һаҡлап ҡала. Утрауҙа Таш күмер ятҡылыҡтары асылғандан һуң был мәсьәлә айырым актуаллек ала. Бөгөн Шпицбергенда тик Норвегия һәм Рәсәй генә иҡтисади әүҙемлек күрһәтә.
Рәсәй Шпицбергенда күмер шахтаһына эйә, Рәсәй моряктары шельфта балыҡ тота, әлбиттә, был хәл башҡа илдәрҙе архипелагтан ҡыҫырыҡлап сығарырға теләгән Норвегия менән низағтарҙың сәбәбе булып тора. Шпицберген шельфында нефть һәм газ булыуы күҙаллана<ref>Россия сдает свои позиции в споре о зоне Шпицбергена: мурманские рыбаки (урыҫ). ИА REGNUM. Дата обращения: 19 декабрь 2019. Архивировано 19 декабрь 2019 года.</ref.
Утрауҙа Лонгйир аэропорты урынлашҡан, уның аша Рәсәй күмер шахтаһына эшселәрен килтерелә.
Был аҙ халыҡлы утрау халҡы башлыса фәнни тармаҡтарҙа, туризм йәки таш күмер сығарыу менән мәшғүл.