Кәмә
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кәмә — бәләкәй судно. Хәрби-диңгеҙ һүҙлегендә[1]кәмә тураһында бына ошондй мәғлүмәт бирелгән: кәмә — оҙонлоғо туғыҙ, киңлеге өс метрғаса булған, йөк һыйҙырышлылығы биш тоннағаса еткән судно. Ғәҙәт буйынса, кәмәләр ишкәкле була. Әммә елкәнле кәмәләр ҙә осрай. Тик бәләкәй, спорт төрөндәге елкәнле кәмәләрҙе яхта тип атап йөрөтәләр. Шулай уҡ кәмә мотор менән дә ҡулайлаштырылырға мөмкин. Мотор шулай уҡ төп, ярҙамсы энергия сығанағы булып ҡулланыла ала. Мотор ҡуйылған кәмәләргә күп илдәрҙә моторлы кәмә квалификацияһы ҡабул ителгән[2]. Уларҙы катер тип атап йөрөтәләр.
Кәмә | |
Нигеҙләү датаһы | некорректная дата (недостижимая точность) |
---|---|
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 14 233 |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Boats by view[d] |
Кәмә Викимилектә |
Кәмә етештереү өсөн еңел иретмәләр (дюралюмин), ағас, композиция материалдары һәм полимер ҡулланыла. Композитив материалдарҙан эшләнгән кәмәләр пластик кәмә тип тә йөрөтөлә. Тағы ла кәмәләрҙең бер төрө — тын тултырылыусы кәмәләр. РИБ (RIB — rigid inflatable boat) — тын тултырылыусы кәмәләрҙең береһе. Уның төп корпусына тын өрөп тултырыла, төбө бик ҡаты. Батмаҫлыҡ итеп яһала.
Хәҙерге заманда кәмәләр күберәк ял итеү, балыҡ аулау, йөктәрҙе бер ярҙан икенсе ярға күсереү өсөн өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ халыҡ йәшәгән урындарҙы һыу баҫыу осраҡтарында, ҡотҡарыу шлюпкалары саралары булараҡ ҡулланыла.
Фюзеляждарына һыу тултырылыусы гидросамолеттарҙы осоусо кәмәләр тип тә йөрөтәләр.
Быларҙан тыш «кәмә» тип йөрөтөлөүсе корабль төрҙәре лә бар (һыу аҫты кәмәһе, канонер кәмәһе). Тик быларҙың атамаһы кәмә исеменә тап килеп етмәй[3].
Дәүләт теркәүенә инмәгән шлюпкалар һәм кәмәләр: ауырлығы 200 килограмғаса булған кәмәләр (двигатель ҡуйылған осраҡта ҡеүәте 8 киловаттан артырға тейеш түгел), оҙонлоғо 9 метрҙан артмаған елкәнле спорт кәмәләре (шулай уҡ двигатель һәм ял итеү өсөн ҡулайламалар ҡуйылмаған булырға тейеш) [4].