Кришна
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кришна (санскр. कृष्ण, kṛṣṇa IAST) — индуизмдағы алла, вишнуизмда Вишнуҙың һигеҙенсе аватары, индуистарҙың иң популяр аллаларының береһе[6]. Кришнаизмда Алланың иң тәүге ҙәм юғары сығанағы, барлыҡ аватарҙар сығанағы тип хөрмәтләнә.
Индуизм изге яҙмаларына ярашлы, беҙҙең эраға тиклем IV мең йыллыҡта Кришна Матхур ҡалаһында тыуып, рухи донъянан ергә төшә[7][8]. Уның миссияһы булып дини принциптарҙы тергеҙеү һәм үҙенең дини уйындарын күрһәтеү тора[9]. Кришнаның тормошо, ғәмәлдәре һәм тәғлимәте Пураны («Бхагават-пурана» һәм «Вишну-пурана»), «Харивамша» һәм «Маһабһаратам» кеүек изге яҙмаларҙа һүрәтләнә. Был текстарҙа Кришна күҙ алдына төрлө образдарҙа баҫа: һоҡланғыс һәм уйнсаҡ Алла-бала, шат һәм ғәмһеҙ һыйыр көтөүсе малай, идеаль һөйөклө, илаһи герой-яугир һәм юғары алла[10][11][12]. Индуизм сәнғәтендә Кришна һөйгәне Радха компанияһында флейтала уйнаусы көтөүсе малай тип, йәиһә "Бхагавадгита"ла үҙенең дуҫы-витязь Арджунға фәлсәфәүи нәсихәттәр биреүсе йәш яугир-принц итеп һүрәтләнә[13].
Кришна культы тураһында иң иртә мәғлүмәттәр беҙҙең эраға тиклем V—IV быуаттарға ҡарай[14][15][16]. IX быуатҡа кришнаизм Көньяҡ Һиндостанда киң тарала. Төньяҡ Һиндостанда XII быуатҡа кришнаизмдың төрлө традициялары формалаша һәм Джаганнатх (Орисста), Витхоб (Махараштрала) һәм Шринатхджи (Раджастханда) кеүек төбәк культы формалары барлыҡҡа килә[17]. 1960 йылдарҙан башлап, кришнаизм шулай уҡ Көнбайышта, элекке СССР территорияһында нигеҙҙә Бхактиведанта Свами Прабхупад (1896—1977) нәсихәттәре һәм ул 1966 йылда нигеҙ һалған гаудия-вайшнавизм традицияһын кәүҙәләндергән «Халыҡ-ара Кришна аңы йәмғиәте» дини ойошмаһы арҡаһында тарала.