Копенгаген университеты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Копенгаген университеты — Данияла иң боронғо университеттарының береһе һәм иң ҙур уҡыу-тикшеренеү учреждениеһы. 1479 йылда король Кристиан I тарафынан нигеҙләнгән. Башта тик руханиҙар факультеты ғына эшләгән. 1736 йылда юридик факультет булдырылған (1848 йылда уң киңәйтелгән һәм дәүләт хоҡуҡи атамаһын алған). 1788 йылда фәлсәфә һәм медицина факультеттары, ә 1850 йылда тәбиғи-математик факультеты ойошторолған.[1]
Копенгаген университеты | |
Исеме |
Københavns Universitet |
---|---|
Халыҡ-ара исеме |
The University of Copenhagen |
Асылған йылы |
1479 |
Ректор |
Рудольф Штайнберг |
Урынлашыуы | |
Сайт |
TIME журналының уҡыу йорттарын күҙәтеүенә ярашлы, Копенгаген университеты донъяла 66-сы һәм Европала 20-се урында биләй. Шулай уҡ уның буйынса, Гуманитар факультеты донъяла 18-сы урында тора, ә ижтимағи фәндәр факультеты үҙ өлкәһендәге 50 иң яҡшы факультеттар иҫәбенә ингән. Университетта яҡынса 100 төрлө институттар, факультеттар, лабораториялар, уҡыу үҙәктәре һәм музейҙар бар.