Копенгаген
Данияның баш ҡалаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Копенга́ген (дан. København [kʰøb̥ənˈhaʊ̯ˀn][4] (мәғл.), 1906 йылға тиклем — Kjøbenhavn[5], иҫке дан телендә: Køpmannæhafn — «сауҙа гаване»; лат. Hafnia) — Данияның баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы, Зеландия, Слотсхольмен һәм Амагер утрауҙарында урынлашҡан. Тарихи ҡаланың халҡы 600 меңдән ашыу кеше тәшкил итә, ҡала яны биҫтәләре менән бергә 1,3 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Ҡаланың бер өлөшө үҙ-үҙен иғлан иткән Христиания ирекле ҡалаһы өлөшләтә үҙидаралыҡта тора.
Ҡала | |||||||
Копенгаген дан. København | |||||||
| |||||||
| |||||||
Ил |
ДанияДания | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Өлкә | |||||||
Коммуна | |||||||
Координаталар | |||||||
Башлыҡ | |||||||
Нигеҙләнгән |
1167 | ||||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |||||||
Ҡала с | |||||||
Майҙаны | |||||||
Климат тибы |
диңгеҙ | ||||||
Халҡы | |||||||
Тығыҙлығы |
6214,7 кеше/км² | ||||||
Этнохороним |
копенгагенлы | ||||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+1, йәйге UTC+2 | ||||||
Телефон коды |
+45 | ||||||
Почта индексы |
1050–1778, 2100, 2150, 2200, 2300, 2400, 2450 | ||||||
Һанлы танытмалар | |||||||
Рәсми сайт |
kk.dk | ||||||
Ҡала Данияның мәҙәни, иҡтисади һәм хөкүмәт үҙәге, Копенгаген фонд биржаһы менән Төньяҡ Европаның иң ҙур финанс үҙәктәренең береһе булып тора. Эресунн күпере төҙөлөп бөткәс, Копенгаген Швецияның Скания провинцияһы һәм уның иң ҙур ҡалаһы Мальме менән тығыҙ интеграциялана, Эресунн төбәген барлыҡҡа килтерә.
1479 йылда нигеҙләнгән Копенгаген университеты Данияның иң боронғо университеты булып тора.