Континент
From Wikipedia, the free encyclopedia
Континент (лат. continens — күләмле, өҙлөкһөҙ) — ҙур өлөшө океан менән ҡапланмаған, ситтәре океан кимәленән түбән урынлашҡан ер ҡабығының ҙур массивы.[1]
Геологик мәғәнәлә континент материк ситен, шельф һәм тирә-яҡтағы утрауҙарҙы үҙ эсенә ала. Уның формаһы геологик ваҡыт арауығында үҙгәрә. Ерҙәге элекке дәүерҙәге континенттар палеоконтиненттар тип атала.
Континент[2] төшөнсәһенә яҡын мәғәнәлә «матери́к»[3] һүҙе лә ҡулланыла.