Компас
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ко́мпас (итал. compassio; compassare — аҙымлап үлсәйем[1]) — Ерҙең магнит полюсына һәм донъя тарафтарына йүнәлеште күрһәтеп ориентацияға булышлыҡ итә торған прибор.
Компастың бер нисә төрлө төрө бар: магнитлы компас, гирокомпас, тау компастары, астрономик компас, шулай уҡ яһалма объекттар торошона иғтибарҙы йүнәлтеүсе компастар: радиокомпас, спутник компасы.
Компастың ел йүнәлештәре йәки елдәр розаһы тип аталған түңәрәк диаграммаһында баш хәрефтәр менән төньяҡ, көнсығыш, көньяҡ, көнбайыш күрһәтелгән. Компас менән файҙаланған ваҡытта диаграммалағы «N» хәрефен төньяҡты күрһәткән уҡ аҫтына ҡуйырға кәрәк. Компас диаграммаһы градустарға бүленгән. 0° төньяҡ була, сәғәт йүнәлеше буйынса 90° — көнсығыш, 180° — көньяҡ, 270° — көнбайыш. Был һандар азимут һәм навигацияла булышлыҡ итә.
Дүрт Бөйөк асыш араһында компас та бар, магнитлы компас Ҡытайҙа Хан династияһында күрәҙәлек итеү өсөн ҡулланылған (Б. Э.Т. 206 йылдан)[2], артабан 11 быуатта Сун династияһында навигация өсөн файҙаланылған[3][4][5]. Көнбайыш Европала һәм Ислам донъяһында компас ҡулланыу тураһында тәүге яҙмалар 13 быуаттан һаҡлана[6][7].