Кейптаун
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кейпта́ун (Ка́пстад, Капста́д) (ингл. Cape Town, африк. Kaapstad, коса iKapa) — Көньяҡ Африка Республикаһының халыҡ һаны буйынса икенсе урында (Йоханнесбургтан һуң) булған ҡалаһы. Илдең көньяҡ-көнбайышында, Атлантик океан ярында, Өмөт морононан әллә ни алыҫ булмаған урында урынлашҡан. Көнбайыш Капа провинцияһының баш ҡалаһы, Көньяҡ Африка Республикаһының закондар сығарыусы баш ҡалаһы. Көньяҡ Африка Республикаһының Кейптаун ҡала округына инә.
Ҡала | |||||
Кейптаун Cape Town Kaapstad iKapa | |||||
| |||||
Ил |
КАРКАР | ||||
---|---|---|---|---|---|
Провинция |
Көнбайыш Кейп | ||||
Ҡала округы |
Кейптаун | ||||
Координаталар | |||||
Мэр |
Патрисия де Лилль | ||||
Нигеҙләнгән |
1652 | ||||
Элекке исеме |
Капстад (Капштадт) | ||||
Майҙаны |
2499 км² | ||||
Халҡы |
3 497 097 кеше (2007) | ||||
Тығыҙлығы |
1424,6 кеше/км² | ||||
Агломерация |
яҡынса 4 000 000 | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+2 | ||||
Телефон коды |
+2721 | ||||
Почта индексы |
8099 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
capetown.gov.za (инг.) | ||||
Көньяҡ Африка Республикаһының парламенты һәм күп кенә хөкүмәт учреждениелары Кейптаунда урынлашҡан. Ҡала үҙенең гаване, Яйлаһы (Көньяҡ Африка), Өмөт мороно, Кейп-Пойнт кеүек бөтә донъяға билдәле күренекле урындары менән дан тота. Кейптаун Көньяҡ Африкала туристар йыш булған ҡала булып тора.
Кейптаун голлад караптары өсөн Европанан Көнсығыш Африкаға, Һиндостанға һәм Азияның башҡа өлөштәренә барғанда туҡтап, ял итеп китеү урыны булараҡ үҫешә һәм 1869 йылда Сүәйс (Суэц) каналы төҙөлгәнгә тиклем шул сифатында төп ролде башҡара. Ян ван Рибек етәкселегендә колонистар тарафынан 1652 йылдың 6 апрелендә нигеҙ һалынған Кейптаун оҙаҡ ваҡыт Капа колонияһының баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы була.
2011 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы Кейптаун халҡы 3 740 026 кеше[1]. Кейптаундың майҙаны 2444,97 км² тәшкил итә: ул Көньяҡ Африка Республикаһының башҡа ҡалаларынан байтаҡҡа ҙур, шуға ла Кейптаунда халыҡтың тығыҙлығы түбәнерәк (1529,68 чел./км²)[1].