Катынь енәйәте
From Wikipedia, the free encyclopedia
Катынь енәйәте (пол. zbrodnia katyńska) — 1940 йылдың яҙында башҡарылған хәрби енәйәт, поляк граждандарын, башлыса поляк армияһының әсирлеккә эләккән офицерҙарын массауи үлтереү. Атыуҙар СССР НКВД-һының махсус «тройкаһы» ҡарары менән 1940 йылдың 5 мартындағы ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы ҡарарына ярашлы башҡарыла[1]. Халыҡҡа иғлан ителгән архив документтарына ярашлы бөтәһе 21 857 кеше атып үлтерелгән.
Катынь енәйәте | |
Урын | Катынь[d], Тверь һәм Харьков |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 1940 |
Башланыу датаһы | апрель 1940 |
Тамамланыу датаһы | май 1940 |
Эра | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Ҡатнашыусылар | СССР эске эштәр халыҡ комиссариаты |
Һәләк булғандар һаны | 22 000 |
Цель | Польша ҡоро ер ғәскәрҙәре[d] |
Катынь енәйәте Викимилектә |
«Катынь атып үлтереүе» термины башта Катынь урманындағы (Смоленск өлкәһе) поляк офицерҙарын язалау ваҡиғаһына ҡарата ҡулланыла. Поляк граждандарының күмәк ҡәберлектәре, ә шулай уҡ атыуҙарҙы раҫлаған совет архив документтары табылғандан һуң «Катынь атып үлтереүе», «Катынь енәйәте» терминдары 1940 йылдың апрель-майында үткәрелгән бөтә атып үлтереүҙәргә ҡарата ҡулланыла башлай. Поляк граждандары СССР НКВД-ының төрлө лагерҙарында (Козельск, Старобельск, Осташков), ә шулай уҡ Украина һәм Белорус ССР-ының көнбайыш өлкәләрендәге төрмәләрҙә тотолалар[2].
Катынь урманында табылған күмәк ҡәберлектәр тураһында тәүге тапҡыр 1943 йылда «Үҙәк» герман армиялар төркөмө етәксеһе Рудольф-Кристоф фон Герсдорф хәбәр итә[3]. Германия ойошторған халыҡ-ара комиссия экспертиза үткәрә һәм атып үлтереүҙәр 1940 йылдың яҙында НКВД тарафынан башҡарыла тигән һығымтаға килә. Советтар Союзы үҙ сиратында әлеге ваҡиғаға үҙенең ҡатнашлығын инҡар итә.
Смоленск ҡалаһын совет ғәскәрҙәре азат иткәндән һуң Николай Бурденко комиссияһы ойошторола, әлеге комиссия тикшереү үткәрә һәм поляк граждандары 1941 йылдың көҙөндә Катындә немец оккупацион ғәскәрҙәре тарафынан атылған тигән һығымта яһай. Ошо һығымта СССР-ҙа һәм Варшава Килешеүе Ойошмаһы илдәрендә 1990 йылға тиклем һәм СССР етәкселеге НКВД-ының әлеге енәйәттә яуаплылығын рәсми рәүештә танығанға тиклем рәсми ҡараш булып тора[4].
2004 йылда Рәсәй Баш хәрби прокуратураһы тикшереүҙе тамамлай һәм «НКВД тройкаһы» 14 542 поляк хәрби әсиренә үлем язаһын сығарылғанын раҫлап, 1803 кеше юҡ ителеүен һәм улар араһынан 22 кешенең шәхесен асыҡлай[5][6].
Катынь атып үлтереү темаһы оҙайлы йылдар дауамында поляк-рәсәй мөнәсәбәттәрен ҡатмарлаштыра. 2010 йылда Рәсәй Президенты Д. А. Медведев, Катынь фажиғәһе И. Сталин һәм уның ҡуштандары енәйәтенең һөҙөмтәһе булып тора һәм был проблемаға Рәсәй хөкүмәтенең позицияһы үҙгәрешһеҙ ҡала, тип билдәләй[7].
2010 йылдың 26 ноябрендә Рәсәй Дәүләт думаһы «Катынь фажиғәһе һәм уның ҡорбандары тураһында», белдереүҙе иғлан итә, әлеге документта Катындә поляк граждандарын атып үлтереү Сталин һәм башҡа совет етәкселәренең тура күрһәтмәһе буйынса башҡарыған һәм Сталин режимы енәйәте булып тора, тип яҙыла[8].
2012 йылдың апрелендә ЕСПЧ Катынь атып үлтереүен хәрби енәйәт булараҡ раҫлай[9].