Каспаров Гарри Кимович
Шахмат буйынса бик күп Олимпия уйындары чемпионы, Донъя беренселектәрендә еңеүсе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Каспаров Гарри Ким улы (тыуғандағы фамилияһы Вайнштейн; 13 апрель 1963 йыл) — СССР һәм Рәсәй шахматсыһы, шахмат буйынса 13-сө донъя чемпионы, шахмат әҙәбиәтсеһе һәм сәйәсмән. Ҡайһы бер эксперттар Каспаровты тарихтағы иң бөйөк шахматсы тип таный[17][18]. Халыҡ-ара гроссмейстер (1980), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1985), СССР чемпионы (1981, 1988), Рәсәй чемпионы (2004). Бөтә донъя шахмат олимпиадаһының һигеҙ тапҡыр еңеүсеһе: дүрт тапҡыр СССР командаһы составында (1980, 1982, 1986, 1988) һәм дүрт тапҡыр Рәсәй командаһы составында (1992, 1994, 1996, 2002). Ул — ун бер шахмат «Оскар»ы (йылдың иң яҡшы шахматсыһы приздары) эйәһе. Каспаров, ике ҡыҫҡа өҙөклөк менән, 1985 йылдан 2006 йылға саҡлы яңғыҙы ФИДЕ рейтингының башында була: 1993 йылғы ФИДЕ ҡарары менән 1994 йылда рейтингтан төшөрөп ҡалдырыла[19], ә 1996 йылдың ғинуарында Каспаров Владимир Крамник[20] менән бөр төрлө рейтингҡа эйә була. 1999 йылда Гарри Каспаров рекордлы рейтинг — 2851 балл йыя, һәм Магнус Карлсен яңы рекорд ҡуйғанға тиклем, 13 йыл ярым дауамында Каспаров рекордсы була.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Каспаров, 1985 йылда Анатолий Евгеньевич Карповты еңеп, донъя чемпионы була. «Ике К»ның ҡаршы тороуы 1980-се йылдар уртаһынан башлап 1990-сы йылдар башына саҡлы дауам итә, был аралыҡта Карпов һәм Каспаров донъя чемпионы исеме өсөн биш матч уйнай. 1993 йылда Каспаров һәм яңы дәғүәсе Найджел Шорт Халыҡ-ара шахмат федерацияһынан сыға һәм яңы ойошма — Профессиональ шахмат ассоциацияһы эгидаһы аҫтында матч үткәрә. ФИДЕ Каспаровты титулынан мәхрүм итә һәм 2006 йылға тиклем донъя чемпионы икәү була — ПША версияһы буйынса һәм «классик» версия буйынса. 2000 йылда донъя беренселегендә Каспаров Владимир Борисович Крамниктан еңелә.
2005 йылда ул, үҙен сәйәси эшмәкәрлеккә арнау маҡсатында, шахмат карьераһын тамамлауын иғлан итә. Бер нисә оппозиция хәрәкәтендә ҡатнаша: Берләшкән граждандар фронты рәйесе,
Бөтә Рәсәй граждандар конгресының рәйестәштәренең береһе,
Рәсәй Федерацияһының Милли ассамблеяһы депутаты була. 2008 йылда «Теләктәшлек» Берләшкән демократик хәрәкәт федераль бюроһы ойоштороусыларының береһе һәм ағзаһы була, әммә 2013 йылда уның етәксе органдарынан сыға. 2012 йылдың октябрендә
Рәсәй оппозицияһының Координация советына һайлана. 2013 йылдың июнендә Рәсәйҙән китеүе һәм халыҡ-ара майҙанда «Путин режимы»на ҡаршы көрәшен дауам итәсәге тураһында белдерә [21].
2011 йылдан Нью-Йорктағы «Кеше хоҡуҡтарын яҡлау фонды»ның Халыҡ-ара советы етәксеһе (инг.)баш. 2014 йылда ФИДЕ президентын һайлауҙа ҡатнаша, әммә президент итеп Кирсан Илюмжинов һайлана.