Карл университеты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ка́рл университе́ты Прагала (чех Univerzita Karlova v Praze, лат. Universitas Carolina, нем. Karls-Universität Prag; шулай уҡ йыш ҡына Прага университеты тип телгә алына) — Чехияның төп университеты, Үҙәк Европаның иң боронғо университеты һәм донъяның иң боронғо университеттарының береһе, Изге Рим империяһы императоры Карл IV тарафынан 1348 йылда нигеҙләнгән[1]. Предметтар чех һәм инглиз телдәрендә уҡытыла.
Карл университеты | |
Исеме |
Univerzita Karlova v Praze |
---|---|
Халыҡ-ара исеме |
Charles University in Prague |
Элекке исеме |
Universitas Carolina Pragensis, Karls-Universität Prag |
Асылған йылы |
1348 |
Студенттар |
50 мең[1] |
Сит ил студенттары |
7 мең[1] |
Бакалавриат |
20 мең[1] |
Магистратура |
25 мең[1] |
Докторантура |
8 мең[1] |
Уҡытыусылар |
4,5 мең[1] |
Урынлашыуы | |
Юридик адресы |
Ovocný trh 5, 116 36 Praha 1 |
Сайт |
Хәҙерге ваҡытта университетта 50 меңдән ашыу студент белем ала, шуларҙың 7 меңгә яҡыны — сит ил граждандары[1] (иң күп студенттар Словакия, Греция һәм Бөйөк Британиянан килгәндәр).
Университет Америка, Европа һәм Азияның күп кенә юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә. Шул иҫәптән АҠШ-та — 23, Германияла — 19 һәм Францияла — 11 уҡыу йорттары менән. Шулай уҡ университет Оксфорд, Сорбонна, Мюнхен, Женева университеттары һәм башҡалар менән бергә төп Европа юғары уҡыу йорттары ассоциацияһына (Europaeum) инә. Уның факультеттарында донъяның алдынғы университеттарының уҡытыусылары лекциялар уҡый.
Хәҙерге ваҡытта донъяның иң яҡшы уҡыу йорттарының «Шанхай рейтингыһында» (Донъя университеттарының академик рейтингы) университет өсөнсө йөҙгә инә (2017 йыл буйынса[2]), ә Чехия юғары уҡыу йорттары араһында беренсе урынды биләй[2]. Шулай уҡ 2012 йылда юғары уҡыу йорто тәүге тапҡыр математика һәм физика өлкәһендәге иң яҡшы 200 рейтингыһына инә, ә 2016 йылда — донъяның иң яҡшы 200 юғары медицина мәктәптәре исемлегенә керә[2].