Йәһүдилек
From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәһүдилек, Йәһүд дине, Иудаи́зм (бор. грек. Ἰουδαϊσμός) — йәһүд халҡының дини, милли һәм этик ҡараштары, кешелектең иң боронғо монотеистик диндәренең береһе. Йәһүд батшалығына исем биргән Йәһүдә ырыуы атамаһынан, һуңынан, Икенсе ҡорам осоронан (б.э.т. 516 — б.э. 70 бб.), йәһүд халҡының атамаһына әйләнә — йәһ. יהודה.
Күп телдәрҙә «йәһүд» һәм «иври (еврей)» төшөнсәләре бер термин менән йөрөтөлә һәм һөйләшеү барышында уларға айырма яһалмай, был иврилыҡты йәһүдилекдағы аңлатыуға тап килә. Хәҙерге урыҫ телендә «еврей» һәм «йәһүд» төшөнсәләре араһында айырма бар, береһе иври (еврей) милләтен, икенсеһе йәһүдилек диненә ҡарағанлыҡты белдерә, грек теле һәм мәҙәниәтендә лә шундай бүленеш бар. Башҡорт телендә бындай бүленеш күҙәтелмәй. Йәһүдилек ивриҙан күпкә киңерәк төшөнсәгә эйә булған грек һүҙенән — Ioudaiosтан килеп сыҡҡан[1].
Йәһүдтәр — йәһүд булып тыуған һәм йәһүдлекте ҡабул иткәндәрҙе лә эсенә алған этнодини төркөм[2]. 2010 йылда бөтә донъяла йәһүдтәр һаны 13,4 миллион, йәғни Ерҙә йәшәүселәрҙең 0,2%-ы тип иҫәпләнә. Уларҙың 42%-ы Израилдә, 42%-ы — АҠШ менән Канадала, ҡалғандарының күпселеге Европала йәшәй[3].
Йәһүд тигән һүҙҙең баш мәғәнәһе — Йәһүд батшалығы кешеһе[4], һуңғарыраҡ — Рим провинцияһы булған Йәһүдиәлә йәшәүсе, йәки Йәһүдә ырыуына ҡараған исраил[5]. Төньяҡ Исраил батшалығы ҡолағас, халҡы әсирлеккә алып кителә һәм Йәһүдиә батшалығы бөтә халыҡтың вәкиле булып тороп ҡала, шул саҡтан «йәһүд» атамаһы «иври» атамаһына тулыһынса тиерлек тиңләшә[6].
Йәһүдилек 3000 йылдан ашыу мөҙҙәтле мираҫҡа дәғүә итә. Йәһүдилек — иң боронғо монотеистик диндәрҙең береһе[7], бөгөн дә Йәһүдилек — иң боронғо монотеистик диндәрҙең береһе, бөгөнгә тиклем йәшәп килгәндәрҙең дә иң боронғоһо[8][9].
Йәһүдилек тарихы түбәндәге ҙур үҫеш осорҙарына бүленә:
- «Тәүрат» йәһүдилекы (б.э.т. XX б. — б.э.т. VI б.),
- Икенсе ҡорам йәһүдилекы (б.э.т. VI б. — б.э. II б.), шул иҫәптә эллин осоро йәһүдилекы (б.э.т. 323 йылдан һуң),
- Талмуд йәһүдилекы (б.э. II б. — б.э. XVIII б.)[10].
Хәҙерге йәһүдилекға 19-20-се быуаттарҙа барлыҡҡа килгән төрлө «ағымдар» йәки «йүнәлештәр» инә. Иң эреләре — ортодоксаль йәһүдилек (үҙ сиратында хәсидтәрҙе, «литвактарҙы», заман ортодоксияһын, дини сионистарҙы һ.б. эсенә ала), реформистик һәм консерватив ағымдар (нигеҙҙә, АҠШ-та һәм Канадала). Ҡайһы бер илдәрҙә яҡынса реформистикҡа тап килгән ағым либераль йә прогрессив йәһүдилек тип атала, ә консерватив йәһүдилек эйәрсендәрен АҠШ менән Канадала «масорти» тип йөрөтәләр. Бынан тыш, «традицион» йәһүдилекға эйәреүселәр, йәғни «масорти», тип, үҙҙәре ортодокс булмаһа ла, күп йолаларҙы тотҡан һәм ортодоксаль йәһүдилекды хуплаған кешеләр (тәү сиратта Израилдә) атала. Элекке СССР-ҙа ла шулай булған һәм был әле лә дауам итә: йәһүдилек динен тотҡан күптәр көнкүреш кимәлендә уның бөтә ҡанундарын үтәмәй, ләкин үҙҙәрен башҡа ағымдарға индермәй һәм ортодоксаль раввиндарҙы хөрмәт итә. Ләкин СССР тарҡалғас, Рәсәйҙә прогрессив ағымдарға ҡараған общиналар ҙа барлыҡҡа килде.
Хәҙерге заман йәһүдилекында хоҡуҡ, остазлыҡ һәм власть сығанағы булып торған һәм дөйөм танылған институт йәки шәхес юҡ. Хәҙерге ортодоксаль йәһүдилекдың хоҡуҡ сығанағы (Галаха) — төрлө общиналарҙа нығынған традициялар һәм раввин респонстары, улар Танахҡа («Яҙма Тора») һәм Талмудҡа («Ауыҙ-тел Тораһы») нигеҙләнә. Галаха, атап әйткәндә, йәһүдтәрҙең тормошоноң башҡа хоҡуҡ системаларында енәйәт, граждан, ғаилә, корпоратив һәм йола хоҡуҡтары менән көйләнә торған яҡтарын көйләй. XVI быуатта Йосеф Каро төҙөгән Шулхан арух ҡағиҙәләр тупланмаһы ортодоксаль йәһүдилекдың төрлө ағымдарында ҡабул ителгән, ул Галаха белгестәренең күп быуаттар буйына барған хеҙмәт һөҙөмтәһе булып тора. Ашкеназ ивриҙары уны ашкеназ общинаһының йолаларын иҫәпкә алған Моше Иссерлестың (Рамо) һәм шулай уҡ һуңғыраҡ осор төҙәтмәләре һәм аңлатмалары менән ҡабул иткән.