Йәйге Олимпия уйындары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәйге Олимпия уйындары — йәйге һәм бөтә миҙгел спорт төрҙәре буйынса иң ҙур халыҡ-ара ярыштары. Халыҡ-ара олимпия комитеты эгидаһы менән 4 йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Олимпия уйындары 1896 йылдан алып үткәрелә башлай. Олимпия хәрәкәтенең хәҙерге заманда яңынан барлыҡҡа килеүе барон Пьер де Кубертен эшмәкәрлегенә бәйле.
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Олимпия уйындары (мәғәнәләр).