Йыуан эсәк
From Wikipedia, the free encyclopedia
Йыуан эсәк (лат. intestinum crassum) — аш һеңдереү юлының аҫҡы өлөшө, эсәклектең түбәнге яғы; эшкәртелгән аҙыҡтан хасил булған бутҡа һымаҡ массаның (химустың) һыуы ошонда һурыға һәм формалы тиҙәк барлыҡҡа килә. Артҡы эсәккә инә [1]. Йыуан эсәк — һөтимәрҙәрҙең, шул иҫәптән кешенең дә, эсәклегендәге иң киң өлөшө, ул ҡорһаҡ ҡыуышлығында һәм кесе янбаш ҡыуышлығында урынлашҡан, һуҡыр эсәктән (coecum), туҡ эсәктән һәм тура эсәктән тора.
Йыуан эсәк | |
Кешенең ҡорһағы: ҡыҙыл төҫтә — бауыр, зәңгәр — ашҡаҙан һәм йыуан эсәк | |
1 — селәү һымаҡ үҫентеһе менән һуҡыр эсәк һәм үрләүсе туҡ эсәк; 2 — арҡыры туҡ эсәк; 3 — түбәнләүсе туҡ эсәк; 4 — сигма һымаҡ эсәк; 5 — тура эсәк | |
Латинса исеме |
intestinum crassum |
---|---|
Ҡан менән тәьмин итеү |
үрге һәм түбәнге бығым артериялары |
Иннервация |
ҡарын үрелмәһе |
Лимфа |
түбәнге мезентериаль лимфа төйөндәре |
Каталогтар |
Кешенең туҡ эсәге түбәндәгеләрҙән тора: һуҡыр эсәк дауамы булған үрләүсе өлөш; арҡыры ятҡан өлөш; S хәрефенә оҡшаш бөгөл — flexura sigmoidea seu S romanum — ярҙамында тура эсәк менән тоташҡан түбәнләүсе өлөш. Colon ascendens үргә вертикаль күтәрелә, crista ossi s ilei өҫтөнә ята һәм бөйөрҙөң аҫҡы өстән бер өлөшөн ҡаплай. Бында ул киҫкен борола ла colon transversum'ға күсә, быныһы һул ҡабырға аҫтында ғәҙәттә S һымаҡ бөгөл яһай, шунан киҫкен аҫҡа боролоп, colon descendens'ҡа күсә. Flexura sigmoidea төрлө оҙонлоҡтағы һәм рәүештәге элмәк хасил итә һәм йыш ҡына кесе янбашҡа тәрән төшә, ҡайһы берҙә өҫкә үрләп, ашҡаҙанға һәм бауырға тиклем барып етә. Был өлөштөң һәм colon transversura'ның үҙҙәренең ҡаты шекәрәләре бар, ә үрләүсе һәм түбәнләүсе тармаҡтар ҡорһаҡ япмаһы менән генә өлөшләтә ҡапланған. Урыны-урыны менән был япма япраҡҡа оҡшашлы, ҡайһы берҙә ҡалаҡтарға киҫкесләнгән, май менән тулған өҫтәмәләр барлыҡҡа килтерә (appendices epiploicae). Йыуан эсәк оҙонлоғо 120-нән 227-гә тиклем сантиметр була (уртаса 158,4 см). Тик тура эсәктең генә эске яғы шыма, ҡалған өлөштәрҙең эске яҡтан бөтә оҙонлоғонда мускул менән ҡалынайған өс яҫы ҡатламы (taeniae coli) була, улар араһында стена ҡабарынҡы булып тора, ләкин арҡыры мускулдарҙың тигеҙһеҙ үҫеше арҡаһында был ҡабарынҡылыҡтар арҡыры тартылыштар (plicae sigmoideae) эргәһендә күп һанлы йомро сығынтыларға (haustra coli) бүленә. Йыуан эсәктең стенаһы сероз ҡатламдан (тулыһынса түгел); мускул ҡатламынан (уның буй епсәләре йомро сығынтыларҙы, йәғни taeniae coli'ҙы, хасил итә лә инде); цилиндрик эпителий менән ҡапланған төксәһеҙ лайлалы көптән тора. Йыуан эсәктең стенаһында күп һанлы крипталар һәм лимфа төйөндәре бар. Башҡа умыртҡалыларҙа физиологик яҡтан тура эсәккә тап килгән сығарыу осона ғына йыуан эсәк билдәләре хас, ә башҡа өлөштәр нәҙек эсәк кеүек була.