ЙХЛ 2017/2018 йылдар миҙгелендә
From Wikipedia, the free encyclopedia
ЙХЛ 2017/2018 йылдар миҙгелендә — Йәштәр хоккей лигаһы чемпионатының туғыҙынсы миҙгеле. Чемпионат 2017 йылдың 2 сентябрендә «Красная Армия» клубы һәм «Локо» хоккей клубтары араһында уйын менән башлана һәм 2018 йылдың апрель айында Харламов кубогы өсөн плей-офф уйындарының финал серияһы менән тамамлана.
Башлана | 2 сентябрь 2017 |
---|---|
Тамамлана | 24 апрель 2018 |
Даими чемпионат | |
Уйындар һаны | 1024 |
Бомбардир | Антон Рубан (80 мәрәй) |
Иң мәргән уйынсы (голдар һаны) | Антон Рубан (35 шайба) |
Плей-офф | |
Харламов кубогын еңеүсе | Локо |
Финалист | СКА-1946 |
Серияла иҫәп | 4 : 2 |
Плей-офф MVP | Илья Коновалов |
ЙХЛ миҙгелдәре | |
←2016/17 | 2018/19→ |
Был миҙгелдә 33 команда ҡатнаша. Үткән миҙгелдәге һәр команда чемпионатта ҡатнаша, шулай уҡ ике команда өҫтәлә: Ҡытайҙан «Куньлунь Ред Стар Юниор» һәм элек ЙХЛ-да уйнаған Ступино ҡалаһынан «Капитан» хоккей клубтары. ЙХК МВД урынына Мәскәүҙән «Динамо» килә. «КРС Юниор» уңайлыраҡ булһын өсөн үҙенең өйҙәге уйындарын Ригала үткәрә[1].
ЙХЛ Саҡырыу кубогы КХЛ йондоҙҙар аҙналығы сиктәрендә 2018 йылдың ғинуарында Астанала үтә. Шунда Көнбайыш командаһы Көнсығыштан көслөрәк була.
Даими чемпионатта Көнбайыш конференцияһында беренсе урынды Ярославлдән «Локо» яулай, ә Көнсығышта «Мамонты Югры» хоккей клубына етеүсе булмай. Миҙгел барышында «Локо» командаһы 53 уйын дауамында мәрәй йыя — был лиганың рекорды.
Харламов кубогын икенсе тапҡыр «Локо» еңә. Ярославль хоккейсылары финалда«СКА-1946» командаһын 4-2 иҫәбе менән ота. Еңеүселәр ҡапҡасыһы Илья Коновалов плей-оффтың иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таныла[2].