ЙХЛ 2016/2017 йылдар миҙгелендә
From Wikipedia, the free encyclopedia
ЙХЛ 2016/2017 йылдар миҙгелендә — Йәштәр хоккей лигаһы чемпионатының һигеҙенсе миҙгеле. Чемпионат 2016 йылдың 4 сентябрендә үткән миҙгел финалсылары — «Локо» менән «Чайка» командалары араһында уйын менән башлана һәм 2017 йылдың апрель айында Харламов кубогы өсөн плей-офф уйындарының финал серияһы менән тамамлана.
Башлана | 4 сентябрь 2016 |
---|---|
Тамамлана | 22 апрель 2017 |
Даими чемпионат | |
Уйындар һаны | 900 |
Бомбардир | Артем Манукян (105) |
Иң мәргән уйынсы (голдар һаны) | Антон Ковалёв (41) |
Плей-офф | |
Харламов кубогын еңеүсе | «Красная Армия» (Мәскәү) |
Финалист | «Реактор» (Түбәнге Кама) |
Серияла иҫәп | 4 : 0 |
Плей-офф MVP | Андрей Кузьменко |
ЙХЛ миҙгелдәре | |
←2015/2016 | 2017/2018→ |
Был миҙгелдә лә, үткән чемпионаттағы кеүек, 31 команда ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта даими миҙгел форматы бер ни тиклем үҙгәрә.
Миҙгелдең 15 декабренән башлап чемпионатта өҫтәмә ваҡытты ХАХФ ҡағиҙәләре буйынса «өскә өс» форматында үткәрә башлайҙар. Был ҡағиҙә даими миҙгелгә генә ҡағыла.
Өфөлә үткән Саҡырыу кубогында Көнбайыш конференцияһы командаһы 2:1 иҫәбе менән Көнсығыш конференцияһын еңә. «СКА-1946» һәм «Реактор» хоккей клубтары Көнбайыш һәм Көнсығыш конференцияларында беренсе урындарҙы ала.
Харламов кубогы финалында «Красная Армия» Түбәнге Каманан «Реактор» хоккей клубын серияла 4-0 иҫәбе менән ота һәм икенсе тапҡыр ЙХЛ чемпионы була. Плей-офф уйындарының иң ҡиммәтле уйынсыһы тип «Красная Армия» һөжүмсеһе Андрей Кузьменко таныла[1].