Иҫке Орхей
From Wikipedia, the free encyclopedia
}} Иҫке Орхе́й (рум. Orheiul Vechi) — Кишинёвтан төньяҡ-көнсығышҡа 60 километр алыҫлыҡта, Реут йылғаһы буйында ятҡан тарихи-археологик комплекс, дөйөм майҙаны 500 гектар булған «Иҫке Орхей» тәбиғи-мәҙәни ҡурсаулығы составына инә[1]. Иҫке Орхейҙа төрлө цивилизация эҙҙәре табылған. Бында б.э.т. VI—I быуаттарға ҡараған һет-дак ҡәлғәһе, Алтын Урҙа ҡаласығы Яңы шәһәр (Янги-Шехр) йәки, ғәрәп сәйәхәтселәре атағанса, — Шехр-аль-Джедид (XIV быуаттың 30-60-сы йылдары), XIV быуат һуңынан билдәле православие монастырҙары һәм молдаван ҡалаһы Орхей (XV—XVI быуаттар) урынлашҡан.
Тарихи-археологик комплекс | |
Иҫке Орхей - Старый Орхей Orheiul Vechi | |
Ил |
МолдавияМолдавия |
---|---|
Район |
Оргеев районы |
Координаталар | |
Бейеклеге |
48 м |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+2, йәйге UTC+3 |
}}
Был территорияла борондан кешеләр йәшәгән, сөнки Реут йылғаһы бөгөлөндә ярҙарҙың өс яҡтан аҫылынып торған ҡаялар менән уратып алынған ярымутрау булып сығып тороуы, дошмандарҙан ышаныслы һаҡланыуҙың тәбиғи мөмкинлеген биргән. Был урында төрлө халыҡтарҙың күп тораҡ урындарына нигеҙ һалынған һәм күп тораҡтар емерелгән. XIII быуат уртаһында Алтын Урҙа был территорияны яулап алған һәм XIV быуатта урҙа (алғы азия) стилендәге Янги-Шехир (Яңы Шәһәр) тип аталған «Яңы Ҡала» ҡалҡып сыҡҡан.
Мосолмандар археологтарға үҙҙәренең мираҫын: мәсет, ҡарауанһарай, мавзолейҙар (ҡәберлектәр) һәм мунсалар емереклектәрен ҡалдырған. Урындағы музейҙа, асыҡ һауа аҫтындағы экспонаттарҙан тыш, татар стилендәге глазурланған керамиканың бай экспозицияһы һаҡланған. XIV быуаттың 60-сы йылдары һуңында, Алтын Урҙа көсһөҙләнгән шарттарҙа, халыҡ элекке ҡаланы ташлап киткән һәм был урында молдаван торағы — Орхей ҡалаһы ҡалҡып сыҡҡан. Бында урындағы хәрби начальниктың — пыркалабаның резиденцияһы урынлашҡан булған, эргәһендәге погостары менән ике православие сиркәүе төҙөлгән. XVI быуаттың уртаһы тирәһендә Молдаван кенәзлеге хужаһы ҡаланы Реут йылғаһы ағымы ыңғайына 18 километрға үргәрәк, хәҙерге Оргеев ҡалаһы урынына күсергән. Археологик ҡурсаулыҡ шул урында торған урта быуат ҡалаһы исемен йөрөтә, тик хәҙер уны Иҫке Орхей тиҙәр. Иҫке Орхей музей комплексы тарихи һәйкәлдәрҙең һәм тәбиғи ландшафттың системаһын барлыҡҡа килтерә.
Иҫке Орхей үҙенең ҡаяларҙа төҙөлгән монастырҙары менән дан тота. Ошо территория иртә христианлыҡ йәмғиәтендә монахлыҡҡа китеп йәшәүселәр өсөн идеаль ер булған. Ул тышҡы донъянан бүленгән (изолирован) булған. Христиандар был ергә килгәндә, моғайын, ҡаялар эсендә тарихи дәүергә тиклем был территорияла йәшәгән кешеләр тарафынан соҡолоп эшләнгән мәмерйәләр булғандыр. Христиандар булған мәмерйәләрҙе файҙаланғандыр. Урта быаттарҙа православие монах тормошоноң таралыуы һәм ҡырым һәм бәшәнәк (буджак) татарҙарының сапҡындары монахтарҙы төпкөлдәге буй етмәҫлек ҡаяларға инеп йәшәргә мәжбүр иткән. Улар булған мәмерйәләрҙе киңәйткән һәм яңыларын эшләгән. Ҡайһы бер мәмерйәләр беҙҙең көндәргә тиклем яҡшы һаҡланған.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был төбәктә йыш ҡына ҡабатланған ер тетрәүҙәр һөҙөмтәһендә, күп ҡаялар, кельялары-ние менән Реут йылғаһының һыуҙарына ҡолаған булырға тейеш, шулай ҙа күп комплекстар хәҙер ҙә яҡшы хәлдә. Иҫке Орхейҙа иң нығытылған ҡоролма булып ҡаяға яһалған һет ҡәлғәһе һанала. Ҡәлғә тирә-йүн менән, кәрәк саҡта бикләп ҡуйып булған, тар ғына һуҡмаҡ менән бәйләнгән. Шуның өсөн урын ҡәлғә төҙөү өсөн идеаль тап килгән. Б.э. III быуаты һуңында, герман ҡәбиләләре һөжүменән ялҡҡан халыҡ ҡәлғәне ташлап киткән. Ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған тағы ла бер ҡоролма булып Алтын Урҙа төҙөгән һәм һуңғараҡ молдаван хужаһы файҙаланған урта быуаттар ҡәлғәһе тора.
Иҫке Орхей тарихында 3 осор билдәләнә.