Иррегуляр ғәскәрҙәр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Иррегуляр ғәскәрҙәр (һуңғы латинса irregularis — дөрөҫ түгел)[2] — ҡайһы бер дәүләттәрҙә ҡораллы көстәрҙең ҡәтғи ойошмаған, комплектлау, хәрби хеҙмәт үтеү, уҡытыу тәрбиә биреү даими булмаған, регуляр ғәскәрҙән кейеме менән ныҡ айырылып торған , ҡайһы берҙә үҙ-үҙҙәрен кейендереп, ҡоралландырып, аттар менән тәьмин иткән хәрби частары, берләшмәләре һәм берекмәләре атамаһы.
Иррегуляр ғәскәрҙәр | |
Ҡапма-ҡаршыһы | регулярная армия[d] |
---|---|
Иррегуляр ғәскәрҙәр Викимилектә |
Даими ғәскәрҙәрҙән айырмалы булараҡ, хеҙмәтте һәр саҡ түгел, ә айырым осорҙа ғына алып баралар (Рәсәйҙә элек — казак, ҡалмыҡ, башҡорт-мишәр ғәскәре һәм башҡалар).
Беренсе донъя һуғышынанһуң донъяның бөтә алдынғы дәүләттәрендә лә юҡҡа сығарыла. Быға тиклем улар Австро-Венгрияла (кроата, пандурҙар), Төркиәлә (башибузук, черкес, курдтар) булып килгән, ә XX быуат башында Англия, Франция колонияларында урындағы халыҡтарҙан ғәскәрҙәр ойошторолған.
Хәҙерге шарттарҙа уларҙың тарау-торау хәрби формированиеларҙан, халыҡ ополчениеһынан (халыҡ ғәскәре) һәм төрлө составлы һәм тәғәйенләнешле хәрбиләштергән отрядтарҙан тороуы мөмкин[3]. Бынан тыш, бөгөн иррегуляр ғәскәркәрҙәргә дошмандың киң күләм зыян килтергән ҡорал ҡулланыуы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыу, аварияларҙа ҡотҡарыу, тергеҙеү эштәре алып барыу, хәрби хәл режимын тәьмин итеү, шулай уҡ оккупацияла ҡалған территорияларҙа көрәштә партизан алып барыу йөкмәтелеүе мөмкин[4][5]