Ио (юлдаш)
Юпитер планетаһының юлдашы / From Wikipedia, the free encyclopedia
И́ó[к 7] (бор. грек. Ἰώ) — Юпитер юлдашы, дүрт галилей юлдашынан планетаға иң яҡыны. Исеме мифологик Ио— Гераның ҡанбабаһы һәм Зевстың һөйәркәһе хөрмәтенә ҡушылған. Диаметры 3642 км, ул Ҡояш системаһында ҙурлығы буйынса дүртенсе юлдаш.
Ио | ||||
1999 йылда «Галилео» аппараты эшләгән Ио фотоһы. Һарғылт төҫ көкөрттөң юғары кимәлдә һатылыуы тураһында һөйләй. Үҙәктең һул яғы - урғылған Прометей вулканы, уны көкөрт оксиды менән ҡапланған яҡты тигеҙлектәр уратып алған | ||||
Башҡа исемдәре |
Юпитер I | |||
---|---|---|---|---|
Открытие | ||||
Беренсе асыусы | ||||
Орбита характеристикалары | ||||
Перииовий |
420 000 км[к 1] | |||
Апоиовий |
423 400 км[к 2] | |||
Орбитаның уртаса радиусы (r) |
421 700 км | |||
Орбитаның эксцентриситеты (e) |
0,0041 | |||
Әйләнеүҙең сидерик периоды |
1,769137786 д (1 д 18 ч 28 мин) | |||
Орбита тиҙлеге (v) |
17,334 км/с | |||
Ауышлығы (i) |
2,21° (клиптика) | |||
Нимәнең юлдашы | ||||
Физик характеристикалар | ||||
Размеры |
3 660,0 × 3 637,4 × 3 630,6 км[1] | |||
Уртаса радиус |
1 821,3 км (0,286 земного)[1] | |||
Өҫлөк майҙаны (S) |
41 910 000 км2[к 3] | |||
Күләме (V) |
2,53·1010 км3[к 4] | |||
Массаһы (m) |
8,9319·1022 кг | |||
Уртаса тығыҙлығы (ρ) |
3,528 г/см3 | |||
Экваторҙа есемдең тотҡарһыҙ төшөүе тиҙлеге (g) |
1,796 м/с2 (0,183 g)[к 5] | |||
Беренсе космик тиҙлек (v1) |
1,809 км/с | |||
Икенсе космик тиҙлек (v2) |
2,558 км/с[к 6] | |||
Экваторҙа әйләнеү тиҙлеге |
271 км/ч | |||
Әйләнеү периоды (T) |
Минхронлаштырырған юлдаш (Юпитерға бер яғы менән ҡарай) | |||
Күсәр ауышлығы |
билдәһеҙ | |||
Альбедо |
0,63 ± 0,02[2] | |||
Күренгән йондоҙ дәүмәле |
5,02 [3] | |||
Температура | ||||
| ||||
өҫлөгөндә |
| |||
| ||||
Атмосфера | ||||
Атмосфера баҫымы |
следовое | |||
90 % көкөрт диоксиды |
Был юлдаш — Ҡояш системаһында геологик йәһәттән иң әүҙем есем, унда 400-ҙән ашыу эшләп торған вулкан бар[8][9]. Бындай әүҙемлек Юпитер, Европа һәм Ганимед яғынан, ташҡын гравитацион тәьҫирҙәр булыу сәбәпле, ышҡылыу һөҙөмтәһендә юлдаштың ер аҫты периодик рәүештә йылыныуына бәйле. Ҡайһы бер вулкандарҙа көкөрт һәм көкөрт диоксидының өҫкә атылыуы шул тиклем көслө, хатта уларҙың фонтаны 500 километр бейеклеккә күтәрелә. Ионың өҫтөндә йөҙҙән ашыу тауҙы күрергә мөмкин, улар, юлдаштың силикаттан торған ҡабығы нигеҙендә, ҡыҫылыу (сжатие) күҙәтелеү сәбәпле, хасил булған. Был түбәләрҙең ҡайһы берҙәре Джомолунгманан[10] бейегерәк, мәҫәлән, Көньяҡ Боосавла тауы унан ике тапҡырға бейегерәк. Ҡояш системаһының тышҡы өлөшөндәге күпселек юлдаштарҙан айырмалы рәүештә (улар башлыса һыу боҙҙарынан тора), Ио башлыса тимерҙән йәки көкөртлө тимерҙән иретелгән ядроны уратып алған силикат тоҡомдарынан тора. Ионың күпселек өлөшөн көкөрт йәки туңған көкөрт диоксиды менән ҡапланған тигеҙлектәр биләй.
Вулканизм Ионың өҫкө йөҙөнә уникаль үҙенсәлектәр бирә. Вулкан көлө һәм лава ағымы өҫкө йөҙөн даими үҙгәртә һәм уны һары, аҡ, ҡыҙыл, ҡара һәм йәшел төҫтәрҙең төрлө төҫтәренә буяй (күп осраҡта аллотроптар һәм көкөрт берләшмәләре йоғонтоһонда). Иола лава ағымынның оҙонлоғо 500 километрға етә. Вулкан сығанаҡтары Иола йоҡа бер төрлө булмаған атмосфераны һәм Юпитерҙың магнитосфераһында плазма ағымын, шул иҫәптән уның тирәләй уғата ҙур плазма торҙарын барлыҡҡа килтерә.
XVII—XVIII быуаттарҙа астрономияның үҫешендә Ио ҙур ғына роль уйнай. Уны, башҡа галилей юлдаштары менән бергә, 1610 йылда Галилео Галилей аса. Был асыш Коперниктың Ҡояш системаһы моделен, Кеплерҙың планеталарҙың хәрәкәте закондарын ҡабул итеүгә, һәм яҡтылыҡ тиҙлеген беренсе тапҡыр үлсәүгә булышлыҡ итә. Ионы XIX быуат аҙағы — XX быуат башына тиклем сағыу нөктә булараҡ ҡына күҙәтәләр, шул ваҡытта уның өҫкө йөҙөнөң иң ҙур деталдәрен — ҡара-ҡыҙыл поляр һәм асыҡ экваториаль райондарын ҡарарға мөмкин була. 1979 йылда ике йыһан карабы «Вояджер» Ионы донъяға күп һанлы вулкандары, ҙур тауҙары булған һәм өҫкө йөҙөнөң сағыштырмаса йәш булыуын, әммә һиҙелерлек удар кратерҙары булмаған геологик әүҙем юлдаш итеп күрһәтә. «Галилео» йыһан аппараты 1990-сы йылдарҙа һәм 2000-се йылдар башында бер нисә тапҡыр Ио янына яҡынлашып оса һәм Ионың эске структураһы һәм өҫкө йөҙө составы тураһында мәғлүмәттәр ала. Был йыһан караптары шулай уҡ Юпитерҙың юлдашы һәм магнитосфераһы араһында бәйләнеш, шулай уҡ Ио орбитаһы буйлап радиация билбауы булыуын асыҡлай. Ио өҫтөндәге кеше көнөнә яҡынса 3600 рад (36 Гр) йотолған радиация дозаһын алыр ине.
Артабан Ионы 2000 йылда «Кассини-Гюйгенс» йыһан аппараты, 2007 йылда «Яңы офоҡтар» йыһан- планета-ара станцияһы", шулай уҡ, технологиялар үҫеше арҡаһында, ер өҫтөндәге телескоптар һәм «Хаббл» йыһан телескобы күҙәтә.