Инка империяһы
XI - XVI быуаттарҙа Көньяҡ Америкала булған дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Инка империяһы (кечуа Tawantin Suyu, Ҡалып:Lang-qu2, Тауантинсу́йу, Тавантинсу́йу, Тавантинсу́йю) — Көньяҡ Америкала XI—XVI быуаттарҙа майҙаны, халҡының һаны буйынса иң эре, синыфтарға иртә бүлгеләнгән индеецтар дәүләте. Хәҙерге Пастонан Колумбияға — Чилилағы Мауле йылғаһына тиклемге территорияны биләй. Империя биләмәләре үҙ эсенә хәҙерге Перу, Боливия һәм Эквадор (үтеп сыҡҡыһыҙ дымлы тропик урман — сельва менән ҡапланған көнсығыш райондарының бер өлөшөнән башҡа), өлөшләтә Чили, Аргентина, Колумбияны ала. Европалыларҙан беренсе булып инкылар империяһына португал Алежу Гарсия 1525 йылда үтеп инә. 1533 йылда испан конкистадорҙары империяның күпселек өлөшөнә контроль урынлаштыра, ә 1572 йылда инкылар дәүләте йәшәүҙән туҡтай. Ошоға тиклем табылмаған Пайтити ҡалаһы (иле, XVIII быуат уртаһында йәки аҙағында тиклем)[1] инкылар һыйынған һуңғы төбәк булған, тигән гипотеза бар.
Инка империяһы | |
кечуа Tawantinsuyu | |
Флаг | |
Нигеҙләү датаһы | 1438 |
---|---|
Ойошма етәксеһенең вазифаһы | Инка[d] |
Рәсми тел | кечуа[d] |
Донъя ҡитғаһы | Көньяҡ Америка |
Административ үҙәк | Куско[d] |
Идара итеү формаһы | Абсолют монархия һәм Император культы[d] |
Дәүләт башлығы | Атауальпа, Пачакутек Юпанки[d], Тупак Инка Юпанки[d], Уайна Капак[d] һәм Уаскар[d] |
Алдағы | Куско короллеге[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Neo-Inca State[d] һәм Вице-королевство Перу[d] |
Ҡулланылған тел | Классический кечуа[d], кечуа[d], Языки аймара[d], Пукина[d] һәм Мочика (язык)[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1533 |
Инка империяһы Викимилектә |
Археологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, инкыларҙың күпселек ҡаҙаныштары уларҙан алда булған цивилизацияларҙан, шулай уҡ үҙҙәренә буйһондоролған күрше халыҡтарҙан ҡалған. Көньяҡ Американың тарихи аренаһында инкылар барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк унда байтаҡ цивилизациялар булған: Моче (төҫлө керамикаһы һәм һуғарыу системалары менән билдәле мочик мәҙәниәте), Уари (халҡы башҡа — аймара телендә һөйләшһә лә был дәүләт инкылар империяһының прототибы булып тора), Чим (үҙәге — Чан-Чан ҡалаһы, уларға ғына хас керамика, архитектура), Наска (Наска һыҙаты тип аталған ҡоролма булдырыуҙары, шулай уҡ үҙҙәренең ер аҫты һыу үткәргес системалары, керамикаһы менән танылған), Пукин (40 меңгә яҡын халҡы булған Тиауанако ҡалаһы цивилизацияһы, ул Титикака күленән көнсығышҡа табан урынлашҡан), Чачапояс («Туч яугирҙары», улар үҙҙәренең ныҡ нығытылған Куэлап крепосы менән билдәле, уны төньяҡтың «Мачу-Пикчуһы», тип тә атайҙар).