Или (йылға)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Или́ (ҡыт. 伊犁河, уйғ. Или, ҡаҙ. Іле) — Ҡытайҙа (Шеңжан-Уйғыр автономиялы районының Или-Ҡаҙаҡ автономиялы округы) һәм Ҡаҙаҡстандағы (Алматы өлкәһе) йылға.
Или | |
---|---|
ҡыт. 伊犁河, уйг. Или, ҡаҙ. Іле | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 1439 км |
Һыу сығымы | 329−470 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше (B) | ҡушылған йылғалар: Күнгес менән Текес |
· Урынлашыуы | Тянь-Шань |
· Бейеклеге | 794 м |
· Координаталар | 43°35′19″ с. ш. 82°30′31″ в. д.HGЯO |
Тамағы (B) | Балхаш |
· Бейеклеге | 341 м |
· Координаталар | 45°20′14″ с. ш. 74°03′21″ в. д._type:river&title=%D0%98%D0%BB%D0%B8+%28%D0%B9%D1%8B%D0%BB%D2%93%D0%B0%29%2C+%D1%83%D1%81%D1%82%D1%8C%D0%B5 HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Балхаш |
Ҡытай | Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы |
Ҡаҙаҡстан | Алматы өлкәһе |
Или Викимилектә |
Оҙонлоғо 1439 км[1], шуларҙың 815 км (56,6 %) Ҡаҙағстандың Алматы өлкәһенә тура килә, шуға күрә был өлкәлә иң ҙур йылға һәм илдең иң ҙур йылғаларының береһе һанала. Һыу йыйыу бассейнының майҙаны — 140 000 км²[1].
Йылға тамағындағы ағым йылына 12,3 км² тип баһалана (1970-се йылдарҙа Ҙур совет энциклопедияһы мәғлүмәттәре буйынса йылына яҡынса 23 км² булған[2]). Балхашдың көнбайыш өлөшөнә ҡойған Или йылғаһы күлгә килгән һыуҙың дөйөм ағымының 73-80 процентын бирә һәм уның көнбайыш өлөшөн ныҡ сөсөләндерә.
Ҡаҙағстандың дәүләт сигендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 395 м²/с, Ҡапшағай һыуһаҡлағысынан 37 км түбәндәрәк — 470 м²/с, Үсжарма ауылы янында — 468 м²/с, йылға тамағында — 329 м²/с[3].