Ибн әл-Ғәрәби
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мөхөтди́н Әбү Абдулла́ Мөхәммәт ибн Али́ әл-Андалу́си (ғәр. محي الدين محمد ابن علي ابن محمد ابن عربي الحاتمي الطائي الأندلسي, 28 июль 1165, Мүрсиә — 10 ноябрь 1240, Дамаск) — Әл-Андалусиянан (Мосолман Испанияһы) мосолман дин белгесе, суфыйсылыҡ ғилеменең ҙур вәкиле һәм теоретигы. «Бөйөк уҡытыусы» (әш-шәйех әл-әкбәр) исеменә эйә[7].
Мөхөтдин ибн Ғәрәби | |
араб. محي الدين ابن عربي | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған ваҡыттағы исеме: |
Мөхәммәт ибн Али ибн Мөхәммәт ибн Ғәрәби |
Ҡушаматы: |
Бөйөктән-бөйөк уҡытыусы (әш-шәйех әл-акбар) |
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: | |
Тыуған көнө: |
28 июль 1165 |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: |
16 ноябрь 1240 (75 йәш) |
Үлгән ере: | |
Ил: |
Әл-Әндәлүс |
Дине: | |
Атаһы: |
Али ибн Мөхәммәт ибн Ғәрәби |
Дини эшмәкәрлек | |
Эшмәкәрлек йүнәлеше: | |
Остаздары: |
Мухаммад ат-Тамими[d], Шамс Умм аль-Фукара[d] һәм Фатима из Кордовы[d] |
Шәкерттәре: | |
Хеҙмәттәре: | |
Ибн әл-Ғәрәби Викимилектә |
Ибн әл-Ғәрәби, Хоҙай менән донъя араһындағы айырмаларҙы кире ҡағыусы йәшәйеш берҙәмлеге (вахдат ал-вуджуд) тураһындағы тәғлимәт төҙөй. Тәнҡитләүселәр (Ибн Таймийя һ. б.) был тәғлимәттә пантеизм, тәғлимәт яҡлылар — ысын монотеизм (тәүхид) күрә. Ул ян-яҡтан камил кеше (әл-инсан әл-камил) концепцияһы яҡлы була.
Ибн әл-Ғәрәби күп сәйәхәт иткән, сәфәр тәьҫораттары, ҡағиҙә булараҡ, мистик суфыйсылыҡ интерпретацияһына эйә булған. Һөйләүе буйынса, ул өс тапҡыр Хызыр менән осрашҡан.
800-гә яҡын әҫәр ҡалдыра[8] (Мысыр тикшереүсеһе Ғосман Яхъя төҙөгән теҙмәгә 856 әҫәре индерелә, шуларҙың 550-һе хәҙерге көнгә тиклем 2917 ҡулъяҙма рәүешендә һаҡланған; башҡа авторҙар уны кәметеү яғына ҡайтанан ҡарай — Ливан тикшереүсеһе Мөхәммәт Абд ар-Рахман әл-Марашли 400-ләп аутентик хеҙмәтен иҫәпләй).