Зубр[1], йәки Европа зубры[1] (лат. Bison bonasus) (башҡортса шулай уҡ думбай, ҡыр үгеҙе) — пар тояҡлылар (лат. Artiodactyla) отрядының ҡыу мөгөҙлөләр (лат. Bovidae) ғаиләһендәге үгеҙҙәр (лат. Bovinae) ярымғаиләһенең бизондар (лат. Bison) төркөмөнә ҡараған һөтимәр хайуан.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Зубр |
Европа зубрының үгеҙе |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар | Инфра-класс: | Плаценталылар | Отряд өҫтө: | Laurasiatheria |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Bison bonasus (Linnaeus, 1758)
|
Синонимдар |
---|
Bos bonasus Linnaeus, 1758
|
Ареал |
---|
Голоцен дәүерендә таралыуы Тарихи осорҙа таралыуы XX быуатта таралыуы
|
Һаҡлау статусы |
---|
Юғалыуға бирешеүсе төр IUCN 3.1 Vulnerable : 2814
|
|
Ябырға
Ҡырағай үгеҙҙәрҙең Европала һаҡланып ҡалған һуңғы төрө[2][3]. Иртә Урта быуаттарҙа зубрҙар Көнбайыш, Үҙәк һәм Көньяҡ-Көнсығыш Европа урмандарында осраған. Уларҙың көн иткән мөхите — уртаса климатлы һыҙаттың япраҡлы, ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандары. Зубр — өйөрлө мал, уларҙың ғәҙәттәге көтөүе 12 баштан 20-гә тиклем хайуандан тора, улар һыйырҙар һәм йәш мал (тана-торпо йәки тай-тулаҡ). Енси яҡтан өлгөргән үгеҙҙәр көтөүгә ҡауышыу (ҡасыу) ваҡытында ғына килеп ҡушыла.
Зубрҙың яҡын туғаны — америка бизоны (лат. Bison bison), Уның менән бер ниндәй сикләүһеҙ ҡауышып, зубр үрсемле тоҡом тыуҙыра.
XX быуаттың 20-се йылдарында зубр юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында була. Ҡырағай кавказ зубрҙарының һуңғыларын Көнбайыш Кавказда 1926 йылда атып алалар[4], ә тигеҙ урындарҙа көн иткәндәренең шулай уҡ һуңғыһы 1921 йылда Беловежье шырлығында юҡ ителә[5]. Бөгөнгө зубрҙарҙың барыһы ла XX быуат башында зоопарк һәм ҡурсаулыҡтарҙа тотолған 12 заттың тоҡомо[6]. Түбән генетик үҙгәреүсәнлек был биологик төрҙөң оҙаҡ ваҡыт һаҡланыуы өсөн төп ҡурҡыныстарҙың береһе[7]. Зоопарктар һәм айырым кешеләрҙең зубрҙарҙы һаҡлап ҡалыу юнәлешендәге тырышлығы һөҙөмтәһендә 1952 йылда уларҙың тәүге бәйһеҙ көтөүҙәрен Беловежье урманына яңынан килтереп ебәреү мөмкинлеген бирә. 2004 йылда Ер йөҙөндәге ҡырағай тәбиғәт шарттарында айырым территория биләгән һәм дөйөм һаны 1955 баш булған 31 зубр көтөүе (популяция) иҫәпкә алынған — был уларҙың донъялағы һанының 60 процентын тәшкил итә[8].