Ете йыллыҡ һуғыш
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ете йыллыҡ һуғыш (1756—1763) — XVIII быуаттың иң ҙур хәрби низағы, Яңы ваҡыттың иң ҙур низағтарының береһе. Ете йыллыҡ һуғыш Европала ла, Океан аръяғында ла: Төньяҡ Америкала, Кариб бассейны илдәрендә, Һиндостанда һәм Филиппинда була. Һуғышта Европаның ул ваҡыттағы барлыҡ бөйөк державалары, шулай уҡ урта һәм бәләкәй дәүләттәрҙең күпселеге, хатта ҡайһы бер индий ҡәбиләләре ҡатнаша. Уинстон Черчилль һуғышты «беренсе донъя һуғышы» тип атай[1]. Уны колониаль һуғыш тип иҫәпләйҙәр, сөнки унда Бөйөк Британияның, Францияның, Португалия һәм Испанияның колониаль мәнфәғәттәре бәрелешә, шулай уҡ беренсе окоп һуғышы була — һуғышта бик күп редуттар һәм башҡа тиҙ ҡорола торған нығытмалар ҡулланыла; тәүге артиллерия һуғышы була — унда пушкалар һаны 1756 йылдан — 1000 штыкка 2, 1759 йылдан — 1000 штыкка 3-4, 1761 йылда 1000 штыкка 5-6 пушка була.
Европала төп ҡаршы тороу Силезия арҡаһында Австрия һәм Пруссия араһында була. Уны Австрия алдағы Силезия һуғыштарында юғалта. Шуға ла Ете йыллыҡ һуғышты өсөнсө Силезия һуғышы тип тә атайҙар[2]. Беренсе Силезия һуғышы (1740—1742) һәм Икенсе Силезия һуғышы (1744—1748) Австрия мираҫы өсөн һуғыштың бер өлөшө булып тора. Швед һуғыш тарихы йылъяҙмаһында ул Померан һуғышы (швед. Pommerska kriget) булараҡ билдәле, Канадала — «баҫып алыу һуғышы» (ингл. The War of the Conquest) һәм Һиндостанда — «Өсөнсө Карнатик һуғышы» (ингл. The Third Carnatic War). Ете йыллыҡ һуғыштың Америка театры «француздар һәм индеецтар менән һуғыш» (ингл. Indian French and War) йәки «баҫып алыу һуғышы» (франц. Guerre de la Conquête) исеме аҫтында билдәле
«Ете йыллыҡ» билдәләмәһен һуғыш 1780 йылдарҙа ала, шуға тиклем уның тураһында тураһында «күптән түгел булған һуғыш» тип һөйләйҙәр.