Евразия далаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Евразия далаһы (Бөйөк Дала) — Евразия ҡитғаһының үҙәгендә урынлашҡан киң дала төбәге. Көнсығыш Европанан Тымыҡ океан ярҙарына тиклем тиерлек һуҙылған. Бөйөк Далала борондан алып күсмә халыҡтар йәшәгән, Европа мәҙәниәтенә ҡараған халыҡтар менән аралашып йәшәгән (монголдарҙың Көнбайыш походы). Йылдар дауамында дала халҡы хәрби күнекмәләр үҙләштергән.