Дәүләт оборона комитеты
СССР-ҙа Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ойошторолған бөтә хәрби, сәйәси һәм хужалыҡ власы тулылығына эйә ғәҙәттән тыш идара итеү органы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Дәүләт оборона комитеты (ГОКО[1], ГКО[2]) — СССР-ҙа Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ойошторолған бөтә хәрби, сәйәси һәм хужалыҡ власы тулылығына эйә ғәҙәттән тыш идара итеү органы. СССР Дәүләт оборона комитетының барлыҡҡа килеүе ыңғай әһәмиәткә эйә була: һуғыштың тәүге көндәрендә ауыр шарттарҙа ул СССР етәкселегенең илбаҫарҙарға ҡаршы көрәштә көсөн һәм тәүәккәллеген күрһәтә. Дәүләт оборона комитеты эшмәкәрлегенең төп маҡсаты — илде хәүефле дошманға ҡаршы торорға һәм еңергә һәләтле хәрби көскә әүерелдереү.
Дәүләт оборона комитеты Государственный комитет обороны (ГОКО) | |
Ғәмәлдә булған йылдары |
30 июнь 1941 йыл — 4 сентябрь 1945 йыл |
---|---|
Ил | |
Составында | |
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр | |
Командирҙары | |
Билдәле командирҙары | |
- | |
Шаблон: просмотр • обсуждение • править |
Дәүләт оборона комитеты (ГКО) ҡарарҙары бөтә граждандар, ойошма һәм власть органдары өсөн мотлаҡ булған. ВКП (б) Үҙәк Комитетының генераль секретары һәм СССР халыҡ комиссарҙары советы рәйесе вазифаларын биләгән И. В. Сталин Дәүләт оборона комитетын да етәкләй. Һуңынан Юғары Баш командование ставкаһы рәйесе (1941 йылдың 10 июленән) һәм СССР оборона халыҡ комиссариаты рәйесе (1941 йылдың 19 июленән) вазифаларын биләй.