Диңгеҙ һөтимәрҙәре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Диңгеҙ һөтимәрҙәре — һыу һәм һыу-ҡоро (ярым һыу) мөхитендә йәшәүсе һөтимәрҙәрҙең йыйылма төркөмө. Быларға тулыһынса һыуҙа йәшәүсе имеҙеүсе хайуандар (улар бер ваҡытта ла ҡоро ергә сыҡмай) һәм тереклек итеүҙәренең күпмелер ваҡытын һыуҙа үткәреүсе имеҙеүселәр инә.
Ҡыҫҡа факттар Ҡайҙа өйрәнелә, Өлөшләтә тура килә ...
Диңгеҙ һөтимәрҙәре | |
Ҡайҙа өйрәнелә | marine mammalogy[d] |
---|---|
Өлөшләтә тура килә | водные млекопитающие[d] |
Ҡапма-ҡаршыһы | сухопутное млекопитающее[d] |
Диңгеҙ һөтимәрҙәре Викимилектә |
Ябырға
Һөтимәрҙәр систематикаһының бик күп вәкилдәре был төркөмгә инә: сирена, кит һымаҡтар, ишкәк тәпәйлеләр — ҡолаҡлы тюлень, ысын тюлень, морждар.
Шулай уҡ был төркөмгә һыуһар һымаҡтар ғәиләһенән (куньи) калан һәм диңгеҙ ҡамаһы һәм айыу һымаҡтар ғәиләһенән аҡ айыу инә[1]. Диңгеҙ һөтимәрҙәренә 128-гә яҡын төр ҡарай, был, дөйөм алғанда, һөтимәрҙәрҙең 2,7 %-ын, тәшкил итә.