Дифференциаль тигеҙләмә
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дифференциа́ль тигеҙләмә — ул функцияның сығарылмалары, функция үҙе, бәйләнешһеҙ үҙгәреүсән һәм параметрҙар ингән тигеҙләмә. Тигеҙләмәгә ингән сығарылмаларҙың тәртибе төрлөсә булырға мөмкин (формально ул бер ни менән сикләнмәгән). Тигеҙләмәгә сығарылмалар, функциялар, бәйләнешһеҙ үҙгәреүсәндәр һәм параметрҙар төрлө комбинацияларҙа инергә мөмкиндәр йәки, бер генә булһа ла сығарылманан тыш, бөтөнләй булмаҫҡа мөмкиндәр. Билдәһеҙ функцияның сығарылмалары ингән теләһә ниндәй тигеҙләмә дифференциаль тигеҙләмә булмай. Мәҫәлән, дифференциаль тигеҙләмә түгел[1].
Сығарылышы булып һан (бер нисә һан) торған алгебраик тигеҙләмәнән айырмалы рәүештә, дифференциаль тигеҙләмәләрҙең сығарылышы булып функция (функциялар ғаиләһе) тора.
Тәртибе берҙән юғары булған дифференциаль тигеҙләмәне беренсе тәртиптәге тигеҙләмәләр системаһына үҙгәртергә мөмкин, системала тигеҙләмәләр һаны бирелгән дифференциаль тигеҙләмәнең тәртибенә тигеҙ.
Заманса тиҙ эшләүсе ЭВМ-дар ғәҙәти дифференциаль тигеҙләмәнең һанлы сығарылышын, уның сығарылышын аналитик күренештә табыуҙы талап итмәйенсә, эффектив бирәләр. Был ҡайһы бер тикшеренеүселәргә, әгәр мәсьәләне ғәҙәти дифференциаль тигеҙләмәне сығарыуға ҡайтарып ҡалдырып булһа, мәсьәлә сығарылған тип раҫларға мөмкинлек бирә.