Декан (яҫы таулыҡ)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Декан[2][3], йәки Декан яҫы таулығы[4] (һинд दक्खिन, Даккхин[5]; ингл. Deccan Plateau, от санскр. दक्षिणदक्षिण дакшин — «көньяҡ») — Һиндостан ярымутрауының эске өлөшөндә урынлашҡан яҫы таулыҡ. Төньяғынан Нармада, көньяғында — Кавери йылғалары менән сикләнгән.
Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...
Декан | |
Дәүләт | Һиндостан[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Һиндостан[1] |
Декан Викимилектә |
Ябырға
Яҡынса 1 млн квадрат километр майҙанды биләй. Битләүе башлыса көнсығышҡа табан нығыраҡ эйелгән. Шуға ла күпселек йылғалар көнсығышҡа аға һәм Бенгал ҡултығына ҡоя.
Төньяҡҡа ҡарай Һинд—Ганг тигеҙлеге урынлашҡан. Яҫы таулыҡтың көнбайыш ҡырынан Көнбайыш Гат тауҙары үтә. Улар көньяҡ өлөшөндә Малабар ярын, ә көнсығыш ҡырыйы менән Көнсығыш Гаттарҙы сикләп тора. Ә Көнсығыш Гаттар үҙҙәре яҫы таулыҡтан Коромандель ярын айыра.