Дворянлыҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дворянлыҡ — феодаль йәмғиәттә барлыҡҡа килгән һәм урта быуаттар Европаһында әлеге йәмғиәттең дәүләтте барлыҡҡа килтереүсе нигеҙе булып торған өҫтөнлөклө ҡатлам.
Киң мәғәнәлә тәүге дворяндар итеп тотош Европа феодаль аристократияһын атайҙар. Был йәһәттән «француз дворяндары», «немец дворяндары» һәм башҡалар тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Урыҫтарҙың һәм Көнбайыш Европаның «дворянлыҡ» терминдарының тәүге мәғәнәһе оҡшаш түгел: Рәсәйҙә дворянлыҡ барлыҡҡа килгән саҡта — ул ырыу аристократияһына — баярлыҡҡа — ҡаршы килгән хәрби-хеҙмәтле ҡатлам булһа, француз noblesse, англ. nobility, нем. Adel терминдары башлыса юғары ҡатламды (аристократияны — лат. nobilis — атаҡлы, абруйлы) аңлата. Хеҙмәтле һәм юғары ҡатлам (аристократия) араһында ижтимағи айырмалыҡ юғалыу һәм бөтә донъяуи феодалдарының берҙәм ҡатламға берләшеүе барышында был терминологик айырмалар юҡҡа сыға барған.