Двигатель
энергияның ниндәй ҙә булһа төрөн механик эшкә әйләндереүсе ҡоролма. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Двигатель (мотор) — энергияның ниндәй ҙә булһа төрөн механик эшкә әйләндереүсе ҡоролма. Мотор термины XIX быуаттың беренсе яртыһында немец теленән (нем.[1] Мотор, лат. mōtor. ) ингән һәм башлыса был һүҙ менән электрик двигателдәр һәм эске яныулы двигателдәр[2] атала.
Двигателдәр беренсел һәм икенсел двигателдәргә бүленә. Беренсел двигателдәр тәбиғи энергетик ресурстарҙы туранан-тура механик эшкә үҙгәртә , ә икенселдәр башҡа сығанаҡтар менән тупланған энергияны үҙгәртәләр.[3]
Беренсел двигателдәргә (ПД- первичные двигатели) ел көсөн ҡулланған ел тәгәрмәсе, һыу тәгәрмәстәре һәм гир механизмын ҡулланыусы механизмдар инә, улар гравитация көсөн ҡуллана (тартылыу көсө һыу ҡоя), йылылыҡ двигателдәре яғыулыҡтың химик энергияһын йәки йәҙрә энергияһын башҡа энергия төрҙәренә әүерелдерә.[3] Икенсел двигателдәргә (ВД - вторичные двигатели) электр, пневматик һәм гидравлик двигателдәр инә.