Дары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дары — юғары баҫымлы газдар барлыҡҡа килтереп кислородһыҙ янырға һәләтле күп компонентлы шартлатҡыс ҡушылма, снаряд, ракета һәм пуля атыу өсөн файҙаланылған шартлатҡыс матдә; кислородһыҙ тирәлектә, йылылыҡ һәм газ һымаҡ продукттар бүлеп сығарып, тотороҡло яныуға һәләтле, энергиялы ҡаты системалар. Дарының тышҡы оксидлаштырғыстарҙан башҡа ғына яныу һәләте улар составында бер юлы яғыулыҡ һәм оксидлаштырғыс (мәҫәлән нитроэфирҙар, кислородтан тыш, галоген атомдары ла кергән ҡушылмалар) булыу менән бәйләнгән. Тәбиғәте буйынса дарылар шартлатҡыс матдәләргә, дөрөҫөрәге, шартламайынса йәки детонацияланмайса тотороҡло яныуға һәләтле булған атҡыс шатлатҡыс матдәләр класына керә. Дары түбәндәге төрҙәргә бүленә: ракета, баллистика, артиллерия, миномёт өсөн; атыу ҡоралы, торпеда миналары, идара ителеүле бомбалар өсөн; магнитогидродинамик генераторҙар, оборона техникаһы өлгөләре өсөн плазмалылар; халыҡ хужалығының нефть сығарыуҙы интенсивлаштырыу, аусылыҡ, башҡа өлкәләре өсөн һ.б. дары үлсәмдәре һәм геометрик формалары төрлө (пластиналар, бөртөк һәм бер йәки бер нисә каналлы көпшә, бер йәки күп каналлы шашка һ.б.) булған элементтарҙан тороусы ҡоролмалар (зарядтар) рәүешендә ҡулланыла.