Гәзит
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гәзит, газета — даими исем менән билдәле бер ваҡыт йышлығында сығыусы матбуғат баҫмаһы. Боронғо ҡулдан яҙылған яңылыҡ мәғлүмәттәр — гәзиттең боронғо өлгөһө. Был йәһәттән Юлий Цезарь баҫтыра башлаған «Сенат эше», һуңыраҡ «Халыҡтың көндәлек ижтимағи эше» нәҡ шундайҙар. Ваҡиғалар йылъяҙмаһы яҙылған балсыҡ таҡтасыҡтар Боронғо Рим гәзиттәре булып тарихҡа ингән. Яҡынса 911 йылдан башлап Ҡытайҙа «Цзинь бао» («Баш ҡала хәбәрҙәре») сыға башлай.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
«Газета» һүҙе ваҡ итальян аҡсаһы (итальянса gazzetta —гасета) исеменән алынған. XVI быуатта батша һарайы тормошо, сауҙа яңылыҡтары, башҡа ҡалаларҙан хәбәрҙәрҙән торған көндәлек мәғлүмәт баҫмаһын уҡыған өсөн бер гасета йәғни һайыҫҡан (итальянса — gazza) һүрәте төшөрөлгән иң ваҡ тимер аҡса түләгәндәр. Артабан баҫмаға нәҡ ошо атама йәбешеп ҡалған. Совет заманындағы дәүләт стандарты ГОСТ буйынса: гәзит — «нәшерләгәндә тәғәйен ваҡытлы матбуғат сараһы үҙенсәлегенә яраҡлаштырылған билдәле бер форматтағы бер йәки бер нисә битле баҫма»[1].